

Рәсәй Федерацияһында “Фән” милли проекты (национальный проект “Наука”) уңышлы тормошҡа ашырыла. Илебеҙ Президенты Владимир Владимирович Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың һәммәһенең дә төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу.
Башҡортостанда ла “Фән” милли проекты (национальный проект “Наука”) нигеҙендә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла.
Мәҫәлән, илебеҙ Президенты Владимир Путин киләһе өс йылда Рәсәйҙә донъя кимәлендәге 15 ғилми-белем үҙәген төҙөү тураһында белдергәйне. Исемлектә Башҡортостандың булыуы, һүҙ ҙә юҡ, шатлыҡлы.
Ғилми-белем үҙәген икенсе төрлө консорциум тиергә лә мөмкин. Ул үҙенең эсенә белем биреү ойошмаларын, ғилми институттарҙы, шулай уҡ эшҡыуарлыҡты ала. Ә республикабыҙҙағы ғилми-белем үҙәге ныҡлы өс таяуҙы хәтерләтә – һанлы технологиялар, яңы материалдарҙы эшкәртеү һәм нефть, газ тармағын үҫтереү. Был тәңгәлдә республикабыҙҙың бөтә юғары уҡыу йорттары ла компетенцияларын киңәйтәсәк, шул иҫәптән Башҡорт дәүләт университеты.
Башҡортостанда ғилми-белем биреү үҙәген төҙөүҙә Башҡорт дәүләт университетының маҡсаты – өр-яңы технологияларҙы һәм фәнгә бәйле материалдарҙы эшкәртеү.
Фото: Мәғариф һәм фән министрлығы.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан