Милли проекттар
24 Декабрь 2021, 14:45

Мәҙәниәт өлкәһе ыңғай үҙгәрештәр кисерә

“Мәҙәниәт” милли проекты халыҡҡа мәҙәни хеҙмәттәр күрһәтеүҙең сифатын күпкә арттыра, төрләндерә, мәҙәни тормошҡа ылыҡтыра, ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтә.

Мәҙәниәт өлкәһе ыңғай үҙгәрештәр кисерәМәҙәниәт өлкәһе ыңғай үҙгәрештәр кисерә
Мәҙәниәт өлкәһе ыңғай үҙгәрештәр кисерә

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдың 7 майындағы указы менән тотош илдә тормошҡа ашырыла башлаған милли проекттарҙың барыһы ла ил халҡының тормош-көнкүреш шарттарын яҡшыртыуҙы, ял итеү, белем алыу мөмкинлектәрен киңәйтеүҙе, һаулығын нығытыуҙы һәм башҡа бихисап көнүҙәк мәсьәләне хәл итеүгә йүнәлтелгән.

Улар араһындағы “Мәҙәниәт” (национальный проект "Культура") эсенә өс федераль проект – “Мәҙәни мөхит”, “Ижади кешеләр”, “Һанлы мәҙәниәт” инә.

Тәүгеһе кешеләрҙе мәҙәниәт ойошмаларына йәлеп итеүҙе, учреждениеларҙы халыҡҡа “яҡынайтыуҙы” тәьмин итеүгә, тамашасы-тыңлаусыларға уңайлы мөхит тыуҙырыуға йүнәлтелһә; икенсеһе кадрҙар әҙерләү, ижади проекттар, мәҙәниәттә ирекмәнлек хәрәкәтен үҫтереүгә арнала; өсөнсөһө мәҙәни өлкәгә һанлы технологиялар индереүҙе күҙ уңында тота.

“Мәҙәниәт” проектын тормошҡа ашыра башлағаны бирле республикабыҙҙа әллә күпме ауыл клубы яңыртылды, капиталь ремонт үткәрелде. Өр-яңы мәҙәни күренеш – мобиль китапханалар асылыуы ябай учреждениеларҙы ысын мәҙәни һәм белем биреү үҙәктәренә әүерелдерҙе. Әйтәйек, һуңғы арала ғына Иглин, Ишембай, Дыуан, Ҡыйғыла ошондай күркәм ваҡиғалар халыҡ өсөн иң көтөлгән, ныҡ әһәмиәтлеләргә әйләнде тиһәң дә, хата булмаҫ.

Бынан тыш, район үҙәктәрендә кино залдары асыла, клубтары булмаған алыҫ ауылдар автоклубтар менән тәьмин ителә, виртуаль концерт залдары барлыҡҡа килә.

Милли проектҡа ярашлы, мәҙәниәт өлкәһендә төрлө гранттар бирелә башланы. Был иһә ижади коллективтарға ҙур кимәлдәге, хатта халыҡ-ара конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашырға мөмкинлек тыуҙырҙы.

Баш ҡалабыҙ Өфөнө миҫал итеп алғанда ла, мәҫәлән, “Һанлы мәҙәниәт” йүнәлеше Башҡортостандың хореография колледжында, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында, сәнғәт училищеһында, Урта махсус музыкаль колледжда, Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапханала, Һуҡырҙар өсөн махсус республика китапханаһында виртуаль залдарға сығыу урындары булдырырға булышлыҡ ҡылған. Башҡорт дәүләт филармонияһының виртуаль залы иһә өфөләргә алдынғы Рәсәй һәм донъя башҡарыусыларын онлайн тәртиптә генә түгел, яҙмала тыңлау мөмкинлеген бирә. Һәм был эш дауам итә, башҡа мәҙәниәт учреждениеларында ла мәғлүмәт технологияларына “яҡынайыу” буйынса эштәр алып барыла.

Ғөмүмән, “Мәҙәниәт” милли проекты сәнғәт йүнәлешендәге ойошмаларҙың матди-техник базаһын нығытыуға, кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырыуға булышлыҡ итә. “Балалар музыка, сәнғәт мәктәптәрен музыка ҡоралдары, ҡорамалдар, уҡыу материалдары менән байытыу буйынса ла эштәр алып барыла. Беҙҙең бурыс – мәҙәниәт учреждениеларын ҡала халҡына ҡыҙыҡлыраҡ итеү, сифатлы хеҙмәттәр күрһәтеү”, – тиҙәр был хаҡта баш ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығында.

Шулай итеп, ил кимәлендә бойомға ашырылған “Мәҙәниәт” милли проекты башҡортостандар өсөн дә ифрат ҙур мөмкинлектәр асты һәм аса, халыҡҡа мәҙәни хеҙмәттәр күрһәтеүҙең сифатын күпкә арттыра, төрләндерә, мәҙәни тормошҡа ылыҡтыра, ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтә. Киләһе йылға ла был проект биргән ҙур мөмкинлектәр менән танышырбыҙ, бергәләп ҡыуанырбыҙ әле.

Фото: culture.ru

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас