Милли проекттар
24 Декабрь 2021, 08:15

“Минең бизнесым” Салауаттың позицияларын нығытыр

“Түңәрәк өҫтәл”дә ғәмәлдәге мәсьәләләр, шул иҫәптән дәүләт ярҙамы саралары тикшерелде.

“Минең бизнесым” Салауаттың позицияларын нығытыр“Минең бизнесым” Салауаттың позицияларын нығытыр
“Минең бизнесым” Салауаттың позицияларын нығытыр

Салауат ҡалаһы хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, ошо көндәрҙә ҡалала “Минең бизнесым” үҙәге асылды. Был майҙансыҡ Салауат йүнселдәрен әүҙем йәлеп итер, уның хеҙмәтенә ихтыяж ҙур булыр, тигән ышаныс белдерҙеләр үҙәкте асыу тантанаһында.

Мәғлүм булыуынса, Салауат республикала инвестиция буйынса алдынғыларҙың береһе, һәм “Минең бизнесым” үҙәгенең асылыуы уның позицияларын тағы ла нығытасаҡ, сөнки үҙәктең төп бурысы – ҡала, шулай уҡ тотош Башҡортостан эшҡыуарҙарына үҙ кәсебен үҫтерергә ярҙам итеү.

Яңы үҙәк Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы ойошторолдо. Уны асыу тантанаһынан һуң Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов, Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы директоры Марсель Кашаев һәм ҡала йүнселдәре ҡатнашлығында “түңәрәк өҫтәл” булды. Унда ғәмәлдәге мәсьәләләр, шул иҫәптән дәүләт ярҙамы саралары тикшерелде, Салауаттағы яңы “Минең бизнесым” үҙәген йөкмәткеһе яғынан байытыу буйынса бурыстар билдәләнде.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/200010

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/200010

 

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас