

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыу буйынса төбәктәрҙә лә маҡсатлы эш алып барыла. Республика етәкселеге "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына (национальный проект "Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") ярашлы ҙур ярҙам саралары күрһәтә.
Ошо нигеҙҙә Баймаҡ ҡалаһындағы "Экопродукт" йәмғиәтендә (ул бейә һөтөн һәм ҡымыҙын киптереү буйынса махсуслашҡан) "Ҡымыҙ продукты" сығарыла башланы. Белгестәр бының өсөн тәүҙә Башҡортостан дәүләт аграр университетында махсус уҡыуҙарҙа булып, тейешле документ алып ҡайтты һәм яңы продукция сығарыу буйынса эш башланы. Ул үҙенсәлекле тәме, юғары сифаты менән айырылып тора, етештергәндә тейешле технология теүәл күҙәтелә. Белгестәр, тәүге һатып алыусылар тарафынан юғары баһаланды. Бейә һәм һыйыр һөтөн әсетеп эшләнгән "Ҡымыҙ продукты" ярты литрлыҡ һауыттарҙа Баймаҡ, Өфө ҡалалары магазиндарына һатыуға сығарыла башланы. Үҙҙәрендә уны "Зөфәр", "Хәстәрлек", "Сауҙагәр", "Яна", "Диана" сауҙа урындарында алырға мөмкин.
"Яңы продукцияны һауыттарға тултырыу өсөн Мәскәүҙән махсус ҡоролма һатып алдыҡ, - ти производство начальнигы Руслан Дәүербәков. - Әлегә сменаһына 200 шешә "Ҡымыҙ продукты" сығарыла. Уға ихтыяждың ҙурлығын иҫәпкә алып, ғинуар айынан меңгә еткереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Өфө ҡалаһының эре сауҙа селтәрҙәре беҙҙең предприятие менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә теләк белдерҙе".
Бер үк ваҡытта продукцияның ассортиментын арттырыу өҫтөндә лә ҙур эш алып барыла, тиҙҙән производствоның икенсе сираты файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото һәм сығанаҡ: Азамат Мөхәмәтшин.