

“Демография” милли проектының (национальный проект "Демография") “Өлкән быуын” федераль проектына ярашлы, Краснокама районында йәшәгән ололарҙы махсус транспорт менән үҙәк район дауаханаһына илтеү һәм алып ҡайтыу өсөн мобиль бригада ойошторолдо. Был ярҙамға 65 йәштән өлкәндәр иҫәп тота ала.
Бригада шулай уҡ медицина тикшереүенә йәки социаль әһәмиәтле сирҙәргә өҫтәмә скринингка мохтаж граждандарҙы асыҡлау менән шөғөлләнә. Кешеләргә бындай мөмкинлек тураһында телефон буйынса, стендтар һәм мәғлүмәт саралары аша хәбәр итәләр. Краснокама үҙәк район дауаханаһының баш табип урынбаҫары Гөлнара Ғөбәйҙуллина әйтеүенсә, 2021 йыл башынан табиптарға, лаборатор тикшеренеүҙәргә 120-нән ашыу пациент килтерелгән.
“Демография” милли проектының “Өлкән быуын” федераль проектына ярашлы, ололарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, социаль яҡлау буйынса ҙур бурыстар тора. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, милли проектты тормошҡа ашырыу барышында өлкәндәрҙең медицина хеҙмәтләндереүенән файҙаланыу мөмкинлеген һәм сифатын арттырыу ҡаралған.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.