Милли проекттар
25 Декабрь 2021, 04:30

Ҡорамалда эшләү өсөн белгестәр әҙерләнә

Был заманса ҡорамал сирҙәрҙе иртә осорҙа асыҡларға ярҙам итә.

Ҡорамалда эшләү өсөн белгестәр әҙерләнәҠорамалда эшләү өсөн белгестәр әҙерләнә
Ҡорамалда эшләү өсөн белгестәр әҙерләнә

Октябрьский ҡалаһының 1-се дауаханаһында юғары класлы магнит-резонанс томографын монтажлау тамамланды. Ҡиммәтле ҡорамал “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) “Онкология сирҙәре менән көрәш” программаһына ярашлы һатып алынды.

“Был заманса ҡорамал сирҙәрҙе иртә осорҙа асыҡларға ярҙам итә. Ул айырыуса онкологтар, нейрохирургтар, урологтар, гинекологтар, хирургтар өсөн мөһим. Хәҙер магнит-резонанс томографында эшләргә белгестәрҙе уҡытабыҙ”, – тине 1-се ҡала дауаханаһының баш табип урынбаҫары Ольга Турышева.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстар.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас