Милли проекттар
26 Декабрь 2021, 15:45

2,9 миллиард һум аҡса алдылар

Был хаҡта республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин хәбәр итте.

2,9 миллиард һум аҡса алдылар2,9 миллиард һум аҡса алдылар
2,9 миллиард һум аҡса алдылар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, республикала төҙөүселәрҙең үҙ бурыстарын үтәмәүе сәбәпле зыян күргән граждандарҙың хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу дауам итә.

"Башҡортостан һәм “Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусы граждандар хоҡуҡтарын яҡлау фонды” хоҡуҡи компанияһы араһында төҙөлгән килешеүгә ярашлы, 2020 йылдан башлап һәм үткән 2021 йылда бер мең ярым кеше – төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусы граждан хоҡуғы 2,9 миллиард һум күләмендә түләүҙәр биреү ярҙамында тергеҙелде, - тип хәбәр итте республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин. – Түләүҙәр кимәле һәр өлөшсө өсөн шәхсән ирекле баһалаусы тарафынан беренсел баҙарҙағы квадрат метры торлаҡ бинаһының бер квадрат метрына баҙар хаҡының 120 квадрат метрҙан артмаған фатирҙың майҙанына ҡабатлау нигеҙендә иҫәпләнә. Бөгөн 10 объект буйынса түләүҙәр тулыһынса тамамланды".

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, алданған өлөшсөләргә ярҙам итеү “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект "Жилье и городская среда") бурыстарын да тормошҡа ашырырға ярҙам итә.

Фото: Башҡортсотан Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас