Милли проекттар
26 Декабрь 2021, 17:30

Дыуан ауылында – заманса китапхана

Был ауылда хәҙер үҙҙәренең журналистика һәм телевидение студияһы бар, был айырыуса йәштәрҙе ҡыуандыра.

Дыуан ауылында – заманса китапханаДыуан ауылында – заманса китапхана
Дыуан ауылында – заманса китапхана

Ил Президенты Владимир Путин 2018 йылдың майындағы указы менән башланғыс һалған "Мәҙәниәт" милли проекты (национальный проект "Культура") республикабыҙҙың Дыуан районының шул уҡ исемдәге ауылында ла моделле китапхана асыу мөмкинлеген бирҙе.

Федераль бюджеттан һәм республика ҡаҙнаһынан бүленгән ете миллион ярым һумлыҡ финанс ярҙамы өс ай эсендә заманса яңы китапхана концепцияһын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итте.

Китап фонды 2,5 мең сағыу баҫма менән тулыланды. Моделле китапханала дыуандар хәҙер Милли электрон китапхана ресурстары менән дә ҡуллана ала.

Был ауылда хәҙер үҙҙәренең журналистика һәм телевидение студияһы бар, был айырыуса йәштәрҙе ҡыуандыра. Ул профессиональ ҡорамалдар, шул иҫәптән квадрокоптер менән йыһазландырылған.

Дыуан моделле китапханаһы үҫешен дауам итәсәк, был шикһеҙ. Яңы ижади ойошмалар, түңәрәктәр, студиялар асылыр, китап фонды ла тулылана барыр, автоматлаштырылған китапхана технологиялары йәлеп ителер. Былар иһә халыҡты ижади мөмкинлектәрен асырға, идеяларын тормошҡа ашырырға, социаль һәм мәҙәни проекттарҙа ҡатнашырға дәртләндерер.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ: bashkortostan.ru

Дыуан ауылында – заманса китапхана
Дыуан ауылында – заманса китапхана
Дыуан ауылында – заманса китапхана
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас