Милли проекттар
26 Декабрь 2021, 10:30

Халыҡтан - юғары баһа

Мультимедиялы был кино залы 98 урынға иҫәпләнгән.

Халыҡтан - юғары баһаХалыҡтан - юғары баһа
Халыҡтан - юғары баһа

Бүздәк районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдағы май указы нигеҙ һалған "Мәҙәниәт" милли проектына (национальный проект "Культура") ярашлы яңы кинозал асылды. Мультимедиялы был зал 98 урынға иҫәпләнгән.

Барыһы ла Рәсәйҙең Кино фонды үткәргән сараға - 500 меңгә тиклем кеше йәшәгән ауыл-ҡалаларҙа кино залдарына булышлыҡ итеү конкурсында еңеүҙән башланған. Район мәҙәниәт һарайының кино залын яңыртыуға биш миллион һумға яҡын аҡса бүленгән. Ошо суммаға заманса тейешле ҡорамалдар: 3D эффектлы экран, лазер проекторы ҡоролмаһы, тауыш системаһы, уңайлы ҡәнәфиҙәр һатып алынған. Был ваҡиғаны күптән көткән урындағы халыҡ шарттарҙы юғары баһалаған.

Билдәле булыуынса, "Мәҙәниәт" милли проекты "Мәҙәни мөхит", "Ижад кешеләре", "Һанлы мәҙәниәт" федераль проекттарынан тора. Ул төпкөл ауылдарҙа ла халыҡ өсөн мәҙәни шарттар тыуҙырыу маҡсатын күҙ уңында тота. Был йәһәттән республикабыҙҙа ла байтаҡ эш башҡарылды.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: vk.com/podslushanobzd02

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас