

Бөгөн Саҡмағошҡа эш сәфәрендә республика Башлығы Радий Хәбиров район үҙәгендәге яңы поликлиниканы ҡараны. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдағы май указына ярашлы барлыҡҡа килгән "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына (национальный проект "Здравоохранение") ярашлы төҙөлә. Бының өсөн 400 миллион һум тирәһе аҡса йәлеп ителгән.
Яңы поликлиниканы иҫке бина менән йылытылған үткәүел ярҙамында икенсе ҡат кимәлендә тоташтырғандар. Лифт, күтәргес тә ҡуйылған, был аҙ хәрәкәтләнгән кешеләргә башҡа ҡаттарға менеүҙе еңелләштерәсәк.
Республика етәксеһе тейешле ҡоролмалар менән йыһазландырылған табип кабинеттарын, операция блогын, рентгенология бүлеген ҡарап сыҡты. Бында шулай уҡ клиник-диагностика лаборторияһы, эндоскопия бүлеге, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, балалар бүлеге эшләүе күҙ уңында тотолған. Яңы бина эргәһенә газ ҡаҙанлығы, трансформатор подстанцияһы ла ҡуйылған.
Асылғандан һуң поликлиника өлкәндәрҙе лә, балаларҙы ла хеҙмәтләндерәсәк. Пациенттар ағымын ауырып киткәндәре диспансерлаштырыуға килгәндәре менән киҫешмәҫлек итеп бүлеү ҡаралған. Бер сменала 250 кешене ҡабул итә аласаҡтар. Әлегә инде амбулатория ярҙамын табиптар 47 йыл элек төҙөлгән поликлиникала күрһәтә.
"Был объектты бөтә саҡмағоштар ҙа ныҡ ныҡ көтә. Яңы поликлиника заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла, был хеҙмәтләндереүҙең сифатын күпкә яҡшыртасаҡ. Күп ауырыуҙарҙы башланған мәлендә асыҡларға мөмкин буласаҡ", – ти үҙәк район дауаханаһының баш табибы Алина Латипова.
Республика Башлығы пациенттарҙы маршрутлаштырыу мәғлүмәтен бар дауалау учреждениелары өсөн дә берҙәм стилдә эшләргә ҡушты. "Пациенттарға уңайлы булһын, поликлиника эсендә йүнәлештәрҙе тиҙ асыҡлай алһын өсөн, беҙ әкренләп биналарҙың эске дизайнын унификациялаштырасаҡбыҙ, – тине Р. Хәбиров. – Саҡмағоштар яңы поликлиниканы 1999 йылдан бирле көтә. Күренеүенсә, йылдар буйы йыйылып килгән иҫке проблемаларҙы яйлап хәл итә барабыҙ. 2022 йылдың 1 мартына, лицензия алғандан һуң, был поликлиниканы асырбыҙ, ә аҙағыраҡ стационарҙы модернизациялау тураһында уйларбыҙ".
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан