

Мәктәп уҡыусылары араһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй “#БергәСағыуыраҡ” (“#ВместеЯрче) ижади, проект һәм тикшеренеү эштәре конкурсының йомғаҡлау этабына йомғаҡ яһалды.
Сараның ойоштороусыһы булып "Мәскәү энергетика институты" милли тикшеренеү университеты сығыш яһаны, шулай уҡ РФ Энергетика министрлығы һәм РФ Мәғариф министрлығы булышлыҡ күрһәтте.
Конкурс ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проектына (национальный проект “Образование”) ярашлы ойошторола.
Белорет ҡалаһының Йәш натуралистар станцияһында шөғөлләнгән 11-се класс уҡыусыһы Богдан Симонов конкурстың төбәк этабында еңеү яулап, йомғаҡлау этабының “Аҡыллы ҡала” номинацияһында III урын яуланы. Ул хлорелла ылымығын бысраҡ һыуҙы таҙартыуҙа биологик фильтр булараҡ ҡулланыу мөмкинлектәрен өйрәнгән.
Әйтергә кәрәк, йәш экологтарҙың бындай тикшеренеү эштәре һәм тәбиғәтте һаҡлау йәһәтенән ойошторолған акциялар республика халҡының йәшәү сифатын яҡшыртыуҙы ла күҙ уңында тота һәм шуның менән "Экология" милли проекты (национальный проект "Экология") ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.
Фото: gtrk.tv
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан