

Күптән түгел Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Игорь Миронов етәкселегендәге комиссия вәкилдәре, компаниялар идара итеүселәре һәм йәмәғәтселәр капиталь ремонт эштәре тамамланған йорттарҙы ҡабул итте.
Һыу менән тәьмин итеү системаһы, ҡыйыҡты ябыу, фасадты йылытыу һәм ремонтлау – алты йорттағы барлыҡ объекттар ҙа ныҡлы тикшерелгәндән һуң ҡабул ителде, тип хәбәр итә Салауат ҡалаһы ҡала округының матбуғат хеҙмәте.
Тикшереү ваҡытында урында йәшәүселәр менән үткәрелгән ремонт эштәре генә түгел, идара итеүсе компаниялар менән мөнәсәбәттәр хаҡындағы фекере тураһында ла белешкәндәр. Дөйөм алғанда, дәғүәләр булмаған. Ҡыйыҡтарына ремонт үткәрелгән йорттарҙа йәшәгәндәр ҙә тамсы тамыу осраҡтарының булмауы хаҡында белдергән. Бигерәк тә ҡарҙың ҡапыл килеп төшөү мөмкинлеген сикләгән махсус ҡоролмаларҙы ыңғай баһалағандар. Йорттарҙа йәшәгән иң әүҙемдәр подрядсының эш барышын ҡараған һәм һөҙөмтә менән ҡәнәғәт ҡалған.
Бындай эштәрҙең атҡарылыуы иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милии проекты (национальный проект “Жильё и городская среда”) бурыстарын атҡарырға булышлыҡ итә.
Фото: Салауат ҡалаһы хакимиәте.