

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.
“Рәсәй экология операторы беренсе тапҡыр ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләгән төбәк компаниялары рейтингын төҙөнө. Баҙарҙа ҡатнашҡан 167 ойошма баһаланды. Эксперттар сүп-сарҙың нисек сығарылыуын, түләүҙәрҙең йыйылыуын, халыҡтың ҡәнәғәт булыу-булмауын һәм башҡаларҙы иҫәпкә алды. Беҙҙең “Экология-Т” 10-сы урынды яуланы. Яҡшы һөҙөмтә.
Дөйөм алғанда, республика Хөкүмәте был йәһәттән системалы эш алып барырға тырыша. Башлыҡ шәхсән үҙе был теманы контролдә тота. Мин дә аҙна һайын төбәк операторҙары, ведомстволар етәкселәре һәм муниципалитеттар башлыҡтары менән кәңәшмәләр үткәрәм. Унда тармаҡ мәсьәләләре хаҡында ентекле һөйләшәбеҙ, граждандарҙың ялыуҙарын, уларҙың нисек хәл ителеүен анализлайбыҙ.
Сүп-сар реформаһының тәүге ике йылында – был 2019-2020 йылдар – ҡалдыҡтарҙы ташыу процесын фотоға теркәү системаһын яйға һалдыҡ. Был технология ярҙамында барыһының да эшләнеүенә контроль дә етдиерәк, хәҙер бөтәһе лә ҡәтғиерәк – уға ярашлы сифат та үҫте. Тағы санкцияланмаған меңдән ашыу сүп-сар урынынын бөтөрҙөк, сүп-сар ташыу урынын ике тапҡырға арттырҙыҡ һәм тулыһынса иҫке бактарҙы серемәгән евроконтейнерҙарға алмаштырҙыҡ.
Быйыл иһә етдиерәк проблемаларҙы хәл итеүгә тотондоҡ. Туймазы районында сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексын, Дыуан районында сүп-сар эшкәртеү цехын эшкә ҡуштыҡ. Әле Баймаҡ эргәһендә органик ҡалдыҡтарҙы компостировкалау буйынса етештереү һәм сүп-сарҙы сорттарға бүлеү комплексын эшкә ҡуштыҡ. 2025 йылға тиклем Краснокама, Дүртөйлө, Бәләбәй, Благовещен, Өфө полигондарында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү, утилләштереү, урынлаштырыу буйынса объкттарҙы төҙөйәсәкбеҙ. Исемлек тулыландырыласаҡ.
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән ҙур ғына эш атҡарылған. Әммә алда тағы күп әле. Проблемалар етә. Уларҙы хәл итәсәкбеҙ. Әгәр республика бысраҡ икән, уңайлы тормош хаҡында һүҙ йөрөтә алмаясаҡбыҙ”.
Әйткәндәй, үрҙә әйтелгән уңайлы тормош хаҡында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектында ла (национальный проект “Жильё и городская среда”) әйтелә.
Фото: Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан