

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә республиканың 20-нән ашыу компанияһы “Төбәк брендтарын үҫтереү. Экспорт” семинарында ҡатнашты. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) милли проектына ярашлы уҙғарылды. Унда эшҡыуарҙар туранан-тура һәм онлайн тәртибендә ҡатнашты.
– Республикалағы экспорт компанияларына булышлыҡ итеү төбәктә тышҡы сауҙа үҫешенә һәм халыҡ-ара баҙарға тауар сығарыуға йоғонто яһаған төп факторҙарҙың береһен тәшкил итә. Шәхси бренд экспортҡа сығырға теләгәндәргә яҡшы ярҙам алымы буласаҡ, – тине тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Семинарҙы республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты, “Минең бизнесым” үҙәге ойошторҙо. Эксперттар экспортлаусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, дәүләт ярҙамы саралары, үҙ брендыңды үҫтереү алымдары тураһында һөйләне.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/200462
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/200462