

Өфө районының Ҡыҙыл Яр ауылы мәктәбенең VI класс уҡыусыһы Лилиә Сөләймәнова балалар араһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй “Фәндәге тәүге аҙымдар” фәнни-тикшеренеү һәм ижади эштәр конкурсында I дәрәжәле диплом һәм миҙал яуланы. Конкурстың финалында Рәсәйҙең 60 төбәгенән 565 уҡыусы ҡатнашҡан.
БР Мәғариф һәм фән министрлығы белгестәре билдәләүенсә, бындай уңышҡа өлгәшеү быйыл Ҡыҙыл Яр мәктәбендә “Үҫеш нөктәһе” тәбиғи-фәнни һәм технология йүнәлешендәге үҙәк асылыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Әйтергә кәрәк, был башланғыс ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан билдәләнгән “Мәғариф” милли проектына (национальный проект “Образование”) ярашлы тормоҡа ашырыла.
Ҡыҙыл Яр мәктәбе директоры Гүзәл Зөбәйерова әйтеүенсә, матди-техник базаны яңыртыу йәһәтенән белем усағында маҡсатлы эштәр алып барыла – һанлы лабораториялар булдырыла, ғәмәли һәм лаборатор эштәр өсөн төрлө препараттар һәм реактивтар һатып алына. Тап ошондай яңы башланғыстар уҡыусыларға белем даирәһен киңәйтергә, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яуларға булышлыҡ итә.
Мәктәптең уҡыу алдынғыһы булып танылған Лилиә Сөләймәнованы был конкурсҡа әҙерләгән биология уҡытыусыһы Татьяна Шириева ла диплом менән бүләкләнгән.
Фото: slide-share.ru
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан