Милли проекттар
27 Декабрь 2021, 03:30

Тимерсе ҡулында тимер ҙә бөгөлә

Йәш эшҡыуар Айнур Бүләков ниндәй проект тәҡдим итә?

Тимерсе ҡулында тимер ҙә бөгөләТимерсе ҡулында тимер ҙә бөгөлә
Тимерсе ҡулында тимер ҙә бөгөлә

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә ҙур иғтибар бүленә. Хакимиәттәрҙә аҙна һайын “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү – быға аныҡ дәлил.

Хәйбулла районы башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашлығында үткән "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә был юлы йәш эшҡыуар Айнур Бүләков тимерселек буйынса үҙ проектын  тәҡдим итте. Ул тимерҙән төрлө әйберҙәр эшләй, уны социаль селтәргә ҡуйып, клиенттарға тәҡдим итә. "Һыуыҡ сүкеү" - уның төп шөғөлө. Эшҡыуарҙың ҙур булмаған оҫтаханаһы, үҙе ҡулдан эшләп алған станоктары һәм электр ҡорамалдары бар. Артабан тимерселек эшен йәйелдереү маҡсатында Айнур Бүләков ярҙам итеүҙәрен һорай. Ул киләсәктә автомобилдәргә прицептар эшләүгә тотонмаҡсы. Бының өсөн бина һәм "һыуыҡ сүкеү" (холодная ковка) ҡорамалдары талап ителә. Ошо һорауҙар менән йәш эшҡыуар "Инвестсәғәт"тә ҡатнашырға килгән.

Йәш эшҡыуарҙың инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу маҡсатында ярҙам итергә тәҡдим ителде.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

Фото: Хәйбулла район хакимиәте сайтынан.

Тимерсе ҡулында тимер ҙә бөгөлә
Тимерсе ҡулында тимер ҙә бөгөлә
Автор:Карима Усманова
Читайте нас