

Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге был хәбәрҙе Туймазы районындағы коллегаларына тапшырған. Асыҡланыуынса, яҡтыртҡыстарға гарантия тамамланған, шуға ремонт өсөн аҡса табырға кәрәк. Эште 2021 йылдың 17 декабрендә тамамлағандар – Туймазы районынан Сулпан биҫтәһенә тиклем юл участкаһында 32 яҡтыртҡыс ҡуйылған.
Әйткәндәй, ҡалалар һәм райондар төҙөклөгө – Башҡортостанда йәшәгәндәрҙең социаль селтәрҙә мөрәжәғәт иткән осрағының иң күбе. Урамдарҙы яҡтыртыу – иң популяр мәсьәләләрҙең береһе. Быйыл 1 ғинуарҙан был темаға 3506 мөрәжәғәт булған.
Тағы бер миҫал. Дәүләкән ҡалаһынан Ольга Заречная 17 июлдә ҡала үҙәгендәге яҡтыртыу проблемаһы хаҡында яҙған – кешеләргә юлды телефон ярҙамында яҡтыртырға тура килгән. Дәүләкән районынан коллегалар ҡаланың үҙәк өлөшөндә Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите проектын төҙөү конкурсы сиктәрендә төҙөкләндереү бара, тип яуап биргән. Проектта - М. Ғафури, Ҡыҙыл Майҙан һәм Яр буйы урамдарын, йәйәүлеләр, велосипедсылар юлдарын төҙөкләндереү, яҡтыртҡыстар таяғыстарын алмаштырыу.
21 декабрҙә барлыҡ эштәр тамамланған: яҡтыртҡыстар эшләй. Дәүләкәндәр был урындың ниндәй матур икәнлеген баһалап өлгөргән дә. Ә үрҙә билдәләнгән эштәр иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты (национальный проект "Жилье и городская среда") бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан