Милли проекттар
27 Декабрь 2021, 18:30

Юлдарҙағы бәләләрҙә кем ғәйепле?

"Был ҡот осҡос. Уларҙың туғандарының ниндәй хәлдә булғанын күрһәгеҙ..."

Юлдарҙағы бәләләрҙә кем ғәйепле?Юлдарҙағы бәләләрҙә кем ғәйепле?
Юлдарҙағы бәләләрҙә кем ғәйепле?

“Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостандағы “Хәүефһеҙ юлдар” проектының Йәмәғәт советының ултырышы үтте. Сараны проекттың координаторы, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров алып барҙы.

Мәғлүм булыуынса, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Хәүефһеҙ юлдар” проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектын (национальный проект "Безопасные и качественные автомобильные дороги") ғәмәлгә ашырыу йүнәлешендә эшләй. Милли проекттың маҡсаты иһә - юлдарҙа аварияларҙы, үлем осраҡтарын кәметеү.

Әйтергә кәрәк, илдә проект тәүге ыңғай һөҙөмтәләрен бирә башлаған. Башҡортостанда ла быйыл авариялар һаны кәмегән, әммә шул уҡ ваҡытта юлдарҙа һәләк булғандар артҡан, йәғни бынан биш йыл элек булған күрһәткескә кире ҡайтҡанбыҙ. Бөгөнгә ҡарата республикала 478 кешенең ғүмере өҙөлгән, ә милли проектҡа ярашлы ул һан 324-тән кәм булырға тейеш. Әлбиттә, был хәл “Хәүефһеҙ юлдар” проектының Йәмәғәт советын да борсоуға һала - ултырышта уны хәл итеү юлдарын тикшерҙеләр.  

Зариф Байғусҡаров белдереүенсә, проект нигеҙендә республика мәктәптәрендә, балалар баҡсаларында 21 автоҡаласыҡ бүлмәләре булдырылған, киләһе йылда тағы ла туғыҙҙы асыу ҡаралған. Был иһә балаларҙы бәләкәстән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүгә өйрәтәсәк.

"Быйылға план үтәлде, киләһе йылға саралар планын үтәргә ҡалды. “Хәүефһеҙ юлдар” проекты уңышлы эшләй, шуға ул киләсәктә лә дауам ителәсәк", – тине Зариф Байғусҡаров.

Ултырышта киләһе йылдан “Хәүефһеҙ юлдар” проектының координаторы итеп Дәүләт Думаһы депутаты Динар Ғилметдинов билдәләнеүе хаҡында әйтелде. Әлеге сарала ул әүҙем ҡатнашты, ниндәй йүнәлештә эшләйәсәге тураһында белдерҙе.

"Юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлһә, беҙ шул урынға сығабыҙ һәм етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өҫтөндә эшләйбеҙ. Хәҙер икенсе йүнәлешкә иғтибар йүнәлтәсәкбеҙ: авария тикшереләсәк, уның эҙемтәләре буйынса прокуратураға һорау ебәреләсәк, барлыҡ ғәйепле кешеләр ҙә яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Мәҫәлән, кисәге буранлы көн бәләләре беҙҙең ошондай хәлдәргә әҙер түгеллегебеҙҙе күрһәтте, һөҙөмтәлә юлдарҙы ябырға мәжбүр булдылар. Шулай уҡ тротуарҙар таҙартылмай, үтеү мөмкин түгел.

Ниңә беҙ милли проект бурыстарын үтәмәйбеҙ? Кем ғәйепле? Республикалағы был кире хәлде үҙгәртергә тейешбеҙ. Быйыл төбәк юлдарында 16 бала һәләк булды – ауыл мәктәбендәге бер класты юғалттыҡ. Был мәсьәләгә битарафтар булырға тейеш түгел. Мин ЮХХДИ-ла 30 йыл эшләү осоронда юлдарҙа йән биргән һигеҙ меңдән ашыу кешене күрҙем, хатта бер юлы 17 мәйетте. Был ҡот осҡос. Уларҙың туғандарының ниндәй хәлдә булғанын күрһәгеҙ... Аварияла үлгән кешенең хәлен дауаханала вафат булғандыҡы менән сағыштырып булмай", – тип күргәндәре менән уртаҡлашты Динар Ғилметдинов.

Ғөмүмән, республикала "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса барлыҡ саралар күрелә, видеотеркәү камералары, юл билдәләре ҡуйыла, яңы юлдар төҙөлә, иҫкәртеүҙәр уҙғарыла. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, быйыл үлем осраҡтары күпкә артҡан. Тәү сиратта был турала һәр водитель уйланырға, кеше ғүмере өсөн яуаплы икәнен онотмаҫҡа тейеш. Унда автомобиль йөрөтөү мәҙәниәте барлыҡҡа килмәйенсә, был мәсьәлә тулыһынса хәл ителмәйәсәк. Был йүнәлештә эште тағы ла көсәйтеү талап ителә. Тырышмайынса, саралар күрмәйенсә, юлдарҙа тәртип урынлаштырып булмаясаҡ. “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостандағы “Хәүефһеҙ юлдар” проекты Йәмәғәт советы ултырышында ла ошо хаҡта һүҙ барҙы. 

Сара аҙағында Зариф Байғусҡаров "Хәүефһеҙ юлдар" проектын бойомға ашырыуға тос өлөш индергәндәргә Дәүләт Думаһы исеменән иҫтәлекле бүләктәр, рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Автор фотолары.

Юлдарҙағы бәләләрҙә кем ғәйепле?
Юлдарҙағы бәләләрҙә кем ғәйепле?
Юлдарҙағы бәләләрҙә кем ғәйепле?
Юлдарҙағы бәләләрҙә кем ғәйепле?
Юлдарҙағы бәләләрҙә кем ғәйепле?
Юлдарҙағы бәләләрҙә кем ғәйепле?
Юлдарҙағы бәләләрҙә кем ғәйепле?
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас