Милли проекттар
28 Декабрь 2021, 04:30

Күҙ алдында яҡшыра юлдар

Декабрь аҙағына иғлан ителгән йомғаҡҡа ярашлы, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыуға Башҡортостанда 8,8 миллиард һум аҡса тотонолған, шуның 1,7 миллиард һумы федераль ҡананан бирелгән. 

Күҙ алдында яҡшыра юлдарКүҙ алдында яҡшыра юлдар
Күҙ алдында яҡшыра юлдар

Был милли проект буйынса эштәр республикала быйыл дөйөм оҙонлоғо 387 километр булған 255 объектта барҙы. Был үткән йылғы менән сағыштырғанда 40 километрға күберәк. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты Башҡортостанда өс төбәк проекты – “Юл селтәре”, “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге” һәм “Юл хужалығын үҫтереүҙең дөйөм система саралары” – буйынса тормошҡа ашырылды. Һуңғыһына ярашлы,  республика юлдарында ауырлыҡ-үлсәм контроленең 10 автомат пункты ҡуйылған. Уларға әле тест һынауы үткәрелә һәм был сара 2022 йылдың ғинуар аҙағында тамамланырға тейеш.

Киләһе йылда дөйөм оҙонлоғо 255 километрҙы тәшкил иткән 167 объектта эш башҡарыу планлаштырыла. Шуларҙың 32-һе Өфө агломерацияһына ҡарай. Баш ҡаланың нигеҙҙә шәхси йорттарҙан торған Нижегородка биҫтәһендә лә юлдар яҡшырҙы һәм урындағы халыҡ быны күптән көтә ине. Эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарфынан раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты (национальый проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) сиктәрендә башҡарылды.

Юлдарҙы яҡшыртыу магистраль урамдарҙы ғына түгел, ә бәләкәй урамдар һәм тыҡрыҡтарҙы ла күҙ уңында тота. Юлдың ҡыҫҡа арауығын ремонтлау ҙа был төбәкте күркәмерәк, урындағы халыҡтың тормошон уңайлыраҡ итә.  Быйыл көҙ Нижегородка биҫтәһендәге Мал көтөү, Эшселәр, Карьер урамдарындағы юл тәртипкә килтерелде. Элегерәк автотанспорт хәрәкәтенә был урамдарҙа һәр саҡ соҡор-саҡырҙар, тигеҙһеҙ асфальт ҡамасаулай ине. Объекттарҙың дөйөм оҙонлоғо 2,1 километр тәшкил итә.

Нижегородка биҫтәһендәге юлдарҙы яңыртыу киләһе йылда ла дауам итәсәк. Яҡын киләсәктә Сәләм һәм Ауыл кисеүе урамдарында эш башлау планлаштырыла.

Был ҡалала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарфынан раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты өс йыл инде уңышлы тормошҡа ашырыла.

Салауат ҡалаһында ла хәҙер юлдағы соҡор-саҡырҙар күренмәй. Быйыл ҡаланың һигеҙ объектында ремонт барҙы. Губкин урамындағы ике километрлыҡ юл, Космонавтар бульварындағы 800 метрлыҡ ара, Ленинград урамындағы бер километр оҙонлоғондағы асфальт һәм башҡа объекттар тәртипкә килтерелде.

Ремонт барышын ҡал хакимиәте һәм ҡала Советы депутаттары даими контролдә тота. Шуға күрә талаптар ҙа ҡаты. Губкин урамының Салауат Юлаев бульварынан алып Калинин урамына тиклемге өлөшөн, мәҫәлән, комиссия юлсылар өсөнсө тапҡыр күрһәткәндән һуң ғына ҡабул иткән.

Республикабыҙ баш ҡалаһы был милли проект иғлан ителгән беренсе йылдан уҡ унда әүҙем ҡатнашыусы булып тора. Ошо йылдар эсендә урам-юл селтәренең 120 объекты ремонтланған. Быйыл ғына ла 14 объектта дөйөм оҙонлоғо 22 километр булған асфальт-бетон япмаһы тәртипкә килтерелгән, 220 мең квадрат метр майҙанда асфальт түшәлгән, 38 мең квадрат метр тротуарға япма һалынған. Бынан тыш, Өфөнөң әһәмиәтле артериялары булған Комсомол һәм 8 Март урамдары норматив хәлгә килтерелгән.

“Ремонт һәм реконструкция яһалған урындарҙа урам яҡтыртҡыстары урынлаштырыу өсөн 220 бағана ҡуйылды, 420-нән ашыу юл билдәһе һәм 16 светофор эленде, термопластик юл һыҙаттары һалынды”,– ти Өфө ҡала хакимиәтенең төҙөлөш, юл ремонтлау һәм яһалма ҡоролмалар идаралығы етәксеһе урынбаҫары Илшат Фәхретдинов.

Александр БУЛУШЕВ, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры:

– Ошо милли проект буйынса беҙ ете миллиард һумлыҡ эш башҡарҙыҡ, был сумманың 1,7 миллиард һумы федераль ҡаҙнанан бирелде. Ағиҙел аша ҡушылма күперҙе планда ҡаралған ваҡыттан өс айға алдараҡ файҙаланыуға тапшырҙыҡ. Был техник яҡтан үтә ҡатмарлы проектты ике  йылдан да аҙыраҡ осорҙа тамамлай алдыҡ. Ул Өфөнән көньяҡҡа сығыу йүнәлешендәге хәлде байтаҡҡа яҡшырта алды.

Милли проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостандың юл инфраструктураһын үҫтереү өсөн һораған 14,8 миллиард һумлыҡ кредитҡа ғаризаһы ҡәнәғәтләндерелде. Ул Өфө һәм Нефтекама ҡалаларының яңы биҫтәләрендә транспорт һәм социаль селтәр объекттарын төҙөүгә йүнәлтеләсәк.

Фото: bashinform.ru.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас