Милли проекттар
28 Декабрь 2021, 05:35

Кешеләрҙе ҡалдыҡтар проблемаһы борсой

Ҡатмарлыҡтарға ҡарамайынса, "сүп-сар" реформаһы алға табан бара. 

Кешеләрҙе ҡалдыҡтар проблемаһы борсойКешеләрҙе ҡалдыҡтар проблемаһы борсой
Кешеләрҙе ҡалдыҡтар проблемаһы борсой

Илебеҙҙә бер нисә йыл "сүп-сар" реформаһы дауам итә. Уның уңышлы яҡтары ла, етешһеҙлектәре лә бар. Нисек кенә булмаһын, ҡалдыҡтар, улар менән эш итеү мәсьәләһе кешеләрҙе лә, властарҙы ла бик борсой һәм хәл итеүҙе талап итә.

Быйыл ил Президенты Владимир Путиндың ҙур матбуғат конференцияһы барышында ла ошо тема күтәрелде. Кешеләрҙе ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү предприятиеларын төҙөү мәсьәләһе борсой. Был һорауҙы Ленинград өлкәһе хәбәрсеһе бирҙе. Журналист белдереүенсә, уларҙың өлкәһендә кешеләр полигондарҙы яптырыу яҡлы, әммә шул уҡ ваҡытта ошо уҡ кешеләр сүп-сарҙы эшкәртеү буйынса заводтар төҙөүгә лә ҡаршы сыға. Был проблеманы нисек хәл итергә һуң?

– Дөйөм алғанда, ҡатмарлыҡтарға ҡарамайынса, "сүп-сар" реформаһы алға табан бара. Төп бурыстарҙың береһе тейешле операторҙар булдырыу ине. Улар бөтә төбәктәрҙә лә тиерлек эшләй башланы. Сүп-сарҙы айырып йыйыуҙы ойоштороу кәрәк ине, быға өлгәшелде, был эш хатта планлаштырылғандан 40 процентҡа алдараҡ бара. Был эшкәртеү объекттары, яңы полигондарға ла ҡағыла, – тине ошо турала Владимир Путин.

Дәүләт етәксеһе белдереүенсә, сүп-сарҙы ҡайҙа булһа ла ҡуйырға кәрәк. Мәсьәләне заманса сүп-сар эшкәртеү заводтары төҙөү хәл итә ала. Президент Япония миҫалын өлгө итеп килтерҙе. Унда ҙур ҡалалар үҙәктәрендә ошондай предприятиелар төҙөйҙәр һәм тирә-яҡ мөхиткә әллә ни зыян да килмәй. Шул уҡ ваҡытта, Президент фекеренсә, төҙөлөш мәсьәләһе халыҡ менән бергә хәл ителергә тейеш. Был предприятиенан сағыштырмаса яҡын йәшәгәндәр өсөн плюстар ҙа байтаҡ. Мәҫәлән, өҫтәмә эш урындары барлыҡҡа киләсәк, унда эш хаҡы ла юғары булырға тейеш. “Быларҙың барыһын да халыҡҡа еткерегеҙ, бар эштәрҙе асыҡ, йәшермәй алып барырға кәрәк”, – тине Владимир Владимирович.

Рәсәй Президенты белдереүенсә, беҙҙә ҡалдыҡтарҙы юҡ итеү буйынса ыңғай эштәр байтаҡ. “Сүп-сарҙы айырып йыйыу өсөн – 10 миллион тонна һәм эшкәртеү өсөн өс миллион тонналыҡ беренсе инвестициялар килә башланы. Яҡын йылдарҙа беҙ сүп-сар яндырыу заводтары ла төҙөргә йыйынабыҙ, тиҙҙән ошондай биш завод буласаҡ”, – тине ул.

Был эштәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылған "Экология" (национальный проект "Экология") милли проектының маҡсаттарына ярашлы башҡарыла. 

Президенттың матбуғат конференцияһынан һуң, республикабыҙҙың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Илдар Ғарифуллин был йәһәттән Башҡортостанда башҡарылған эштәр тураһында һөйләне.

“Бөгөн республикала дүрт төбәк операторы эшләй. Әле 22 меңдән ашыу контейнер майҙансығы бар, уларҙа 56 меңдән күберәк контейнер ҡуйылған. Яртыһынан күбеһе – евроконтейнерҙар. Металдан эшләнгәндәрен дә замансаға алмаштырыу менән шөғөлләнәбеҙ. Федераль программа буйынса 2021 йылда ошо маҡсатта 13,4 миллион һум аҡса алдыҡ. Киләһе йылға күберәк суммаға заявка ебәрҙек. 2024 йылға тиклем бөтә контейнерҙар ҙа евро булыр тип ышанам, – тине ул.

Шулай уҡ министр урынбаҫары белдереүенсә, Башҡортостанда дүрт сүп-сарҙы сорттарға бүлеү комплексы бар, тағы 19-ҙы булдырыу планы ҡуйылған.

“Был тормошҡа ашҡас, бөтә сүп-сарҙы – бер миллион тоннанан ашыу –комплекстар аша үткәрәсәкбеҙ. Әле эшкәртеү ҙә ғәмәлдә. План буйынса, 2022 йылда полиэтилен ҡалдыҡтарын файҙаланыу буйынса беренсе етештереү барлыҡҡа киләсәк (ПОЛИЭФ). Бынан тыш, уның “Биофлекс” тип аталған ҙур предприятиеһы булдырыла, ул республикала ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә полиэтилен йыйыу менән шөғөлләнәсәк. Пландарыбыҙ ҙур, уларҙың барыһын да тормошҡа ашырып була һәм ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса хеҙмәттәр сифаты артасаҡ ҡына”, – тине Илдар Ғарифуллин.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: utv.ru

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас