

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан алып Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проектының “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проектында ҡатнашыусыларҙан белемде камиллаштырыуға һәм өҫтәмә белем алыуға 7,1 мең ғариза тапшырылған. Шуларҙан 4,671 мең кеше уҡырға ебәрелгән, 4,055 меңе уҡыуын тамамлаған, 2,651 меңе белгеслеге буйынса эшкә урынлаштырылған. Эш менән тәьмин итеү әле лә дауам итә.
– Бөгөн етештереү процестары, технологиялар әүҙем яңыртыла. Һәр кеше компетенцияларын киңәйтеү, яңы белемде үҙләштереү, кәрәкле һөнәр алыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. Белемде даими камиллаштырыу һәм һөнәри яҡтан ҡайтанан әҙерлек үтеү хеҙмәт ресурстарын үҫтереүҙең төп шарттарына әүерелергә тейеш, – тине ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
2021 йылдан “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проектына ярашлы, граждандарҙың айырым категориялары өсөн һөнәри белем һәм йүнәлеш биреү буйынса байтаҡ саралар ойошторолған. Был категорияға мәшғүллек хеҙмәте органдарына эш һорап мөрәжәғәт иткәндәр, эшһеҙҙәр, 50 йәшлек һәм унан өлкәндәр, пенсия алды йәшендәгеләр, сабыйҙарын ҡарау буйынса отпускыла булған, шулай уҡ мәктәпкәсә йәштәге балалары булған ҡатындар инә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/201312