

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала “Бизнесты киңәйтеү” федераль программаһы буйынса уҡыу тамамланды. Унда 173 эшҡыуар ҡатнашты. Алыҫ муниципалитеттар өсөн онлайн-тапшырыу ойошторолдо. Уҡыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка предпринимательской инициативы”) милли проекты нигеҙендә ойошторолдо.
Уҡыу программаһы “Workshop Design Thinking” дизайн-фекерләү форматындағы уҡыуҙы, уҡытыуҙы һәм практик эште үҙ эсенә ала. Ҡатнашыусылар эксперттар һәм уҡытыусылар менән үҙҙәренең бизнес проекттарын эшләне. Бер нисә көндә улар ғәмәлдәге бизнес моделен үҫтереү, баҙарға байҡау яһап, яңы продукттар сығарыу, шулай уҡ маркетинг өлкәһендәге ҡарашты үҙгәртеү иҫәбенә килемде арттырыу тураһындағы һорауҙарға яуап алды. Уҡыу аҙағында йүнселдәр үҙ проекттарын яҡланы.
Проекттың ойоштороусылары – Башҡортостандың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы, “Минең бизнесым” үҙәге, республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: biznestur.bashkortostan.ru
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/201618