

Рәсәй Федерацияһында ил башлығының май указы менән “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) уңышлы тормошҡа ашырыла. Илебеҙ Президенты Владимир Владимирович Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың һәммәһенең дә төп маҡсаты –граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу.
Башҡортостан етәкселеге лә демография йүнәлешенә айырыуса етди иғтибар бүлә, төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, “Демография” милли проекты сиктәрендә “Сит илдәрҙә йәшәүсе ватандаштарҙы Башҡортостанға ирекле күсереүгә ярҙам итеү” тип аталған программа бик уңышлы эшләй. Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников әйтеүенсә, ошо программаны тормошҡа ашырыу йыл һайын 60 белгесте һәм уларҙың 120 ғаилә ағзаһын республикабыҙға күсерергә мөмкинлек бирергә тейеш.
Әйткәндәй, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтендә был йәһәттән семинар-кәңәшмә уҙғарылды. Унда Ишембай, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларының, Ауырғазы, Стәрлебаш райондарының хакимиәт башлыҡтары ҡатнашты.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, кәңәшмәлә һөйләшеү миграция тармағы тураһында ғына булмаһын, ә халҡыбыҙҙың мәҙәни-тарихи мираҫын йәш быуынға тапшырыу йүнәлеше лә күҙ уңында тотолһон, ватандаштарыбыҙҙы тыуған яҡтарына ҡайтарыу тураһында һөйләшеүҙе даими майҙансыҡ итеп ҡалдырыу зарур тигән тәҡдим индерҙе.
Йәшерен-батырын түгел, башҡортостандар сит яҡтарға китеүен дауам итә. Сит төбәктәрҙә йәшәүҙең төрлө сәбәптәре бар. Беренсенән, бигерәк тә йәш ҡыҙ һәм егеттәрҙе сит өлкәләрҙә белем алыу уйы ылыҡтыра, икенсенән, кемдәрҙелер матди байлыҡ ҡыҙыҡтыра, өсөнсөнән, сәйәхәт итеү, донъя күреү уйы менән ситкә юлланалар. Ситкә эшкә йөрөүселәрҙең дә һаны йылдан-йыл арта бара. Әммә тап ошо программа эшләй башлағандан алып, һуңғы өс йылда республикаға 279 кеше килгән. Улар - Тажикстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Әрмәнстан, Төркмәнстан, Молдова, Азербайжан һәм Украина илдәре граждандары.
– Республикаға килеүселәрҙең һәм уларҙың ғаилә ағзаларының яҡшы йәшәйешен тәьмин итеүгә, уларға уңайлы шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән саралар комплексы ҡаралған, – тине Башҡортостан Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһында миграция мәсьәләләре буйынса бүлек начальнигы Николай Старухин. – Тыуған иленә ҡайтырға ҡарар иткәндәргә эшкә урынлашыу мөмкинлеге бирелә, социаль ярҙам күрһәтелә, медицина һәм социаль хеҙмәттәр ҙә ҡаралған. Шулай уҡ улар кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын ойоштора, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын аса, һәр яҡлап та булышлыҡ итәбеҙ.
Юрий Мельников белдереүенсә, бынан һигеҙ йыл элек миграция хәле бигүк шәптән булмаған. 2014 йылдан алып бихисап яҡташтар сит илдәргә юлланған. Ә бөгөн иһә, киреһенсә, сит илдәрҙән ватандаштарыбыҙҙың Башҡортостанға күсенеүе күҙәтелә. Әйтәйек, ағымдағы йылда 31 мең кеше сит илгә китһә, Башҡортостанға ҡайтыусылар һаны 35 мең тирәһе тәшкил итә. Ғинуар айынан башлап сентябргә тиклем 4302 ватандашыбыҙ тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡан. Улар башлыса республикабыҙҙың 9 районы һәм 4 ҡалаһында төпләнгән. Улар араһында Стәрлетамаҡ ҡалаһы ла бар.
– Күп милләт вәкиле татыу йәшәгән Стәрлетамаҡ ҡалаһында сит илдәрҙән күсенеп килгән кешеләр өсөн төрлө милли-мәҙәни үҙәктәрҙең ишеге асыҡ, – тип һөйләнеләр беҙгә. – Улар - һәр милләттең мәҙәниәтен һәм милли традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, уларҙың телен, милли традицияларҙы, йолаларын өйрəнеү маҡсатында булдырылған йəмəғəт ойошмалары. Ғөмүмән алғанда, ватандаштарыбыҙҙы беҙҙең ҡалаға урынлаштырыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.
Юрий Мельников билдәләүенсә, республикабыҙға табиптарҙы ҡайтарыу – отошло алым. Шуға күрә, таныштар, ватандаштар аша хәл-торошто белешеп, уларҙы тыуған яҡтарға ҡайтарып алыу – төп бурыстарҙың береһе.
Фото: dagmintrud.ru
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан