

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенә ингән ғилми учреждениеларҙың һәм юғары белем биреү ойошмаларының киңәйтелгән ултырышын үткәрҙе. Унда Рәсәйҙә фән һәм технологиялар йылына йомғаҡ яһалды.
Ултырышта ҡатнашыусылар юғары белем биреү системаһын үҫтереү, ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү, фундаменталь фәндең төбәк иҡтисады һәм социаль өлкәһе менән интеграцияһы мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Мәғлүм булыуынса, республикала Рәсәй Президенты указы менән раҫланған “Фән” милли проектына (национальный проект “Наука”) ярашлы байтаҡ эш башҡарыла.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров, 2021 йыл Рәсәйҙә инновациялар өлкәһендә етди алға китеш осоро булды, тип белдерҙе. Ил Президентының фекеренсә, ул Рәсәйҙә тотош фәнни ун йыллыҡтың башланыуын билдәләне.
Мәғлүм булыуынса, 14-15 йыл элек, вуздарҙы үҙгәртеп ҡороу осоронда, күрше төбәктәрҙә федераль, милли тикшеренеү, терәк университет статусына эйә булған 11 көслө юғары уҡыу йорто исемлеге төҙөлдө һәм тап улар республикабыҙҙан иң һәләтле йәштәрҙе йәлеп итә ине. Бөгөн иһә ошо төбәктәрҙән ни бары өс университет ҡына “Өҫтөнлөк-2030” программаһы буйынса махсус грант алды. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандан ғына өс юғары уҡыу йорто ошоға оҡшаш грантҡа лайыҡ булды.
Ултырышта Радий Хәбиров 24 декабрҙә Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы комиссияһы Башҡорт дәүләт һәм Өфө дәүләт авиация техник университеттарын берләштереү тураһында ҡарар ҡабул итеүе хаҡында белдерҙе. Уның әйтеүенсә, илдең фән һәм мәғариф картаһында өр-яңы ҡеүәтле университет барлыҡҡа килә. Ул республиканың инновацион үҫеш флагманы буласаҡ, вуздарыбыҙ, ғилми үҙәктәребеҙ, предприятиеларыбыҙ, тотош тармаҡтарыбыҙ уның артынан барасаҡ. Башҡортостан Башлығы Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенкоға, илдең фән һәм юғары белем министры Валерий Фальковҡа ошо йәһәттән ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәт әйтте.
Республика Башлығы Фән йылының мөһим бурыстары иҫәбендә ғилми тикшеренеүҙәргә, айырыуса йәш ғалимдарға булышлыҡ итеүҙе, көслө партнерҙар (сит илдәрҙән) йәлеп итеүҙе билдәләне. Республикала Сколтех, Юғары иҡтисад мәктәбе менән берлектәге программалар ғәмәлгә индерелгән. Вуздарҙың матди базаһын нығытырға ҡарар ителгән.
Киңәйтелгән утырышта Башҡортостан Башлығы йәш ғалимдарға һәм ғилми тикшеренеүҙәргә грант ярҙамы, полилингваль гимназиялар, Өфөнөң 450 йыллығы айҡанлы математика лицей-интернаты асыу, белем биреү экспортын үҫтереү, дөйөм ятаҡтарҙа урындарға ҡытлыҡты бөтөрөү, карбон полигоны булдырыу тураһында һөйләне.
Сарала ҡатнашыусыларға фән һәм юғары белем министры Валерий Фальков мөрәжәғәт итеп, Рәсәй төбәктәренең фән менән бергә генә үҫә алыуын билдәләне. Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, республикабыҙҙың “Өҫтөнлөк-2030” программаһына ғариза биргән бөтә вуздары ла тәүге этапты уңышлы үтеп, өҫтәмә аҡса алған берҙән-бер төбәк булды.
Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министры урынбаҫары Дмитрий Афанасьев, илдә фәнни-мәғариф һәм инновация комплексын үҫтереүҙең стратегик программаһы әҙерләнгән төбәктәр күп түгел, тип билдәләне.
– Тап Фән һәм технологиялар йылында яңы юғары уҡыу йорто – Өфө фән һәм технологиялар университетын ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итеүебеҙ ҙур әһәмиәткә эйә. Ул фән, тикшеренеүҙәр, инновациялар һәм белем биреү программаларының сифат йәһәтенән яңы кимәлендә йылдам эшләй башларға тейеш, – тине ул.
Сколтехтың Материалдар технологияһы үҙәге директоры, Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең идара итеү советы рәйесе урынбаҫары Искәндәр Әхәтов, донъя кимәлендәге республика лабораторияларына 300 миллион һумлыҡ гранттар бүлеү Башҡортостанды донъя ғилми мөхитенә интеграциялауға һәм Көнбайыш тәжрибәһен йәлеп итеүгә булышлыҡ итәсәк, тип билдәләне. Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов вуз үҫешенең төп йүнәлештәре тураһында һөйләне.
Ултырыш аҙағында Радий Хәбиров республиканың дәүләт наградаларын һәм Башҡортостандың фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияларын тапшырҙы. Башҡортостан Башлығы ғалимдарҙы яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы, уларға ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ һәм изгелек теләне.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti
Сығанаҡ:glavarb.ru/rus/press_serv/novosti