Милли проекттар
30 Декабрь 2021, 08:30

Басайҙа медицина учреждениеһы асылды

Баймаҡ районының Басай ауылында өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Басайҙа медицина учреждениеһы асылдыБасайҙа медицина учреждениеһы асылды
Басайҙа медицина учреждениеһы асылды

Яңы йыл алдынан Басай халҡы ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” федераль проектына ярашлы ауылда яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Уны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Таһир Мәүлитов, ауыл халҡы ҡатнашты. Фәнис Ғәбдрәшит улы билдәләүенсә, был объект "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты ярҙамында Башҡортостан Башлығының хәстәрлеге менән асыла. Былтыр  районда дүрт ФАП асылһа, быйыл - икәү. Киләһе йылда йән биш фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Район башлығы басайҙарҙы ихлас тәбрикләне, Басай һәм Әхмәр ауылдарының фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдирҙәре  Илүзә Кәримова менән Зөлфирә Яхинаға  Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Әйткәндәй, Зөлфирә Яхина ла оҙаҡ йылдар Басай ауылында фельдшер булып эшләй.

Таһир Вилүр улы һаулыҡ һаҡлау өлкәһен модернизациялау буйынса атҡарылған эштәргә туҡталып, 2025 йылға тиклем районда 23 фельдшер-акушерлыҡ пунктының төҙөләсәген белдерҙе. Ул даими ярҙамы һәм хәстәрлеге өсөн республика һәм район етәкселегенә рәхмәт әйтте.

Ауыл халҡы исеменән Ғилмиә Йосопова был эште тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәткән һәр кемгә рәхмәт белдерҙе.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото һәм сығанаҡ: Азамат Мөхәмәтшин.

Басайҙа медицина учреждениеһы асылды
Басайҙа медицина учреждениеһы асылды
Автор:Карима Усманова
Читайте нас