

Туймазы үҙәк район дауаханаһына “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект "Здравоохранение") ярашлы өр-яңы эндоскопик комплекс алынды. Яңы медицина ҡорамалының составына гостроскоп та керә, ул ашҡаҙан-эсәк трактын тикшереү өсөн тәғәйенләнгән. Яңы медицина ҡорамалы Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса алынған.
Дауахананың баш табибы Зәбир Ғиздәтуллин белдереүенсә, яңы ҡорамал барлыҡ заман талаптарына яуап бирә, өҫтөнлөктәре бихисап. Уның ярҙамында юғары сифатлы яңы технологик стандарттарға ярашлы һүрәтләнеш алыу мөмкинлеге бар. Шулай уҡ сирленең ашҡаҙан-эсәк ағзаларында башланған бәләкәй генә үҙгәрештәрҙе, яңы хасил булған шеш, төйөндәрҙе асыҡларға ярҙам итәсәк.
Һуңғы йылдарҙа республикала һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ғәйәт ҙур иғтибар бирелә. Республика Башлығы Радий Хәбиров та был турала йыл йомғаҡтарына арналған интервьюһында ла әйтеп үтте. Шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Хөкүмәттең йомғаҡлау ултырышында “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү”, “Йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш”, “Яман шешкә ҡаршы көрәш” проекттары нигеҙендә башҡарылған эштәр тураһында бәйән итеп, “Ауыл табибы” программаһы буйынса медицина хеҙмәткәрҙәренә күрһәтелгән ярҙам сараларын телгә алды һәм, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу 2021 йылда төп бурыстарының береһе булды, тип билдәләне.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. "Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.