Милли проекттар
31 Декабрь 2021, 07:30

“Офис процестары фабрикаһы” сертификацияланды

Хәҙер предприятиеларҙың инженер-техник персоналы ғына түгел, офис хеҙмәткәрҙәре лә үҙҙәренең хеҙмәт һөҙөмтәлелеген күтәрә аласаҡ.

“Офис процестары фабрикаһы” сертификацияланды“Офис процестары фабрикаһы” сертификацияланды
“Офис процестары фабрикаһы” сертификацияланды

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проекты (национальный проект «Производительность труда и поддержка занятости»)  сиктәрендә Башҡортостанда “Офис процестары фабрикаһы” асылды һәм сертификацияланды.

Хәҙер предприятиеларҙың инженер-техник персоналы ғына түгел, офис хеҙмәткәрҙәре лә үҙҙәренең хеҙмәт һөҙөмтәлелеген күтәрә аласаҡ.

“2019 йылдан  Башҡортостандың Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар буйынса төбәк үҙәгендә “Процестар фабрикаһы” майҙансығы эшләй, унда милли проектта ҡатнашыусы предприятиеларҙың эшселәре белемен камиллаштыра.

“Хәҙер беҙ федераль компетенциялар үҙәге ярҙамында эшмәкәрлек даирәһен киңәйтеп, “Офис процестары фабрикаһы”н барлыҡҡа килтерҙек.  

Ҡатнашыусылар һатып алыу документтарын тултырыу процесы өлгөһөндә һаҡсыл етештереү ысулдарына өйрәнеп, процесты камиллаштырыу юлдарына төшөнәсәк”, - тип һөйләне БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

 “Офис процестары фабрикаһы”нда тренерҙар ойошмаларҙа барлыҡҡа килгән реаль шарттар тыуҙырып, хеҙмәткәрҙәрҙе һаҡсыл етештереү ысуларына өйрәтәләр, ғәҙәти бурыстарҙы үтәгәндә эш һөҙөмтәлелеген нисек күтәрергә мөмкин булыуын тәжрибәлә күрһәтәләр. Документтар әйләнешен нисек ҡулайлаштырыу, дөрөҫ эшләнмәү сәбәпле кире ҡайтарылғандарының һанын нисек кәметеү, офис майҙандарын ҡыҫҡартыу мөминлектәре тураһында һөйләйҙәр.

Компетенциялар буйынса төбәк үҙәгенең проекттар етәкселәре  “Офис процестары фабрикаһы”на өйрәтеү методикаһын үҙләштергәндәр ҙә инде.

  • “Офис процестары фабрикаһы” милли поектта ҡатнашыусы предприятиеларҙың хеҙмәткәрҙәренә үҙ эштәренә икенсе күҙлектән ҡарарға, бизнес-процесты яңыса баһаларға ярҙам итә. Уҡыу барышында хеҙмәткәрҙәр һатып алыу документтарын туплау процесындағы проблемаларҙы анализлай, үҙҙәренең офистары менән сағыштыра. Һуңынан беҙ был проблемаларҙы хәл итеү өсөн, уларға һаҡсыл етештереү алымдарын тәҡдим итәбеҙ, - тип билдәләне Башҡортостандың Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар буйынса төбәк үҙәге етәксеһе Руслан Нуретдинов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проекты 2024 йылға тиклем илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын биш процентҡа үҫтереүҙе бурыс итеп ҡуя. Бөгөнгө көндә Башҡортостандың 123 предприятиеһы милли проектта ҡатнаша.

 

Фото: БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас