Милли проекттар
1 Ғинуар 2022, 14:30

Афарин, “Сулпылар” йондоҙо!

“Минең беренсе йырым “Уфтанма” булды, мин уны олатайымың юбилейында башҡарғайным".

Афарин, “Сулпылар” йондоҙо!Афарин, “Сулпылар” йондоҙо!
Афарин, “Сулпылар” йондоҙо!

Дүртөйлө ҡалаһының 3-сө гимназияһының 4-се класында уҡыусы вокал йондоҙо Риана Хәлиуллинаға туғыҙ йәш. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект "Культура”) сиктәрендә уҙғарылған бихисап музыка конкурстарында еңеп сыға.

18-19 декабрҙә Өфөлә уҙғарылған Х “Башҡортостан таланттары” Бөтә Рәсәй конкурс-фестивалендә Риана “Таң атҡанда” йырын башҡарып, “Халыҡ вокалы” номинацияһында беренсе урын яулай. “Сулпылар” телевизион конкурсында ла 13 финалcы араһында беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ була.

Бынан тыш, республика кимәлендә ойошторолған байтаҡ конкурс-фестиваләрҙә ҡатнаша.

“Минең беренсе башҡарған йырым “Уфтанма” йыры булды, мин уны олатайымың юбилейында йырлағайным, барыһы ла шунан башланды. Аҙаҡ “Тауыш” студияһында шөғөлләнә башланым”, - ти йырсы ҡыҙ.

Дүртөйлө талантының уңыштары алда әле.

Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте сайтынан.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас