

Яңы йыл алдынан Учалы ЗАГС-ы 2021 йылда донъяға килгән 700-сө баланы теркәне. Иманғол ауылында йәшәгән Ләйсән һәм Нәдип Ғәҙиевтәр ғаиләһендә өсөнсө булып тыуған балаға Илнар тип исем ҡушалар. Ғәҙиевтәр быға тиклем алты йәшлек Азалия менән өс йәшлек Аделина исемле ҡыҙҙар үҫтерә. Күп балалы ғаиләгә һаулыҡ, уңыштар, бәхет теләйбеҙ.
Мәғлүм булыуынса, демография мәсьәләләре Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһендә төп бурыстарҙың береһе булараҡ билдәләнде.
Илдә Владимир Путиндың май указы нигеҙендә уңышлы тормошҡа ашырылған “Демография” милли проекты (национальный проект”Демография”) сиктәрендә республикала күп балалы ғаиләләргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә.
Фото: Учалы хакимиәте сайтынан.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан