

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы») нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә.
Ошо көндәрҙә Учалы районы хакимиәтендә уҙғарылған сарала туризм өлкәһенә ҡағылған инвестиция проекты ҡаралды. Күсмә кәңәшмә “Марал алпауыт ере” (“Мараловое поместье”) күңел асыу-һауыҡтырыу комплексының икенсе сират ҡунаҡхана бүлмәләрен ҡулланыуға тапшырыуға арналды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә эшмәкәрлек алып барған эшҡыуарҙар менән бер рәттән яңы эш башлаусылар ҙа ҡатнаша ала. Бының өсөн Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталы аша яҙылырға кәрәк.
Фото: Учалы районы хакимиәте сайтынан.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан