Милли проекттар
1 Января 2022, 11:15

“Тамға” яңы офоҡтар аса

“Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы педагогтары үҙ ҡулдары менән уникаль костюмдар әҙерләй.

“Тамға” яңы офоҡтар аса“Тамға” яңы офоҡтар аса
“Тамға” яңы офоҡтар аса

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Мәҙәниәт” милли проекты  (национальный проект «Культура») сиктәрендә II  «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсына йомғаҡ яһалды.

Проект традицион милли кейемдең уникаллегенә, этник үҙенсәлектәренә, заманса мода менән ҡатнашлыҡтағы төрлөлөгөнә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.

Дүртөйлө ҡалаһының 6-сы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы педагогтары сарала әүҙем ҡатнашып, үҙ ҡулдары менән уникаль костюмдар әҙерләй. Уларҙың ижад емешен республика халҡы тиҙҙән баш ҡаланың ҙур сәхнәһенән күреп баһалаясаҡ.

Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте сайтынан.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас