

Яңы йыл алдынан Хәйбулла районы хакимиәтендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы (национальный проект "Жилье и городская среда", "Формирование комфортной городской среды"), районда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған ике егеткә фатир асҡыстары тапшырылды. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Александр менән Даянға, районда эшкә урынлашып, ғаилә ҡороп, бөтә уңайлыҡтары булған яңы фатирҙа бәхетле, имен тормошта йәшәүҙәрен теләне.
Был юлы Ҡыш бабайҙың "елле бүләге"н Александр Плеханов менән Даян Таһиров алып ҡыуанды. Александр Плеханов Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында белем ала, буласаҡ һөнәре – электрик. Даян Таһиров әле эшкә урынлашыу мәсьәләләре менән йөрөй. Егеттәрҙең икеһенең дә яҙмыштары еңелдән булмаған: улар өләсәйҙәренең тәрбиәһендә үҫкән, фатир икеһенә лә махсус программаға ярашлы бирелгән.
Был эштәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты нигеҙендә ғәмәлгә ашырыла.
Былтыр район биләмәһендә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 11 балаға фатир асҡыстары тапшырылған. Һуңғы 10 йылда район буйынса бөтәһе 123 етем бала фатирлы булыу ҡыуанысын кисергән.
Фото: Хәйбулла район хакимиәте сайтынан.