

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, республиканың күп кенә ҡала һәм райондарында, "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектына ярашлы, "Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу" федераль программаһы тормошҡа ашырыла.
Федераль программа нигеҙендә Хәйбулла районының Өфө ауылындағы стадион биләмәһендә балаларға юлда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен өйрәтеүсе автоҡаласыҡ барлыҡҡа килгән. Ул әлегә районда берҙән-бер һанала. Уның өсөн 600 мең һумлыҡ ҡорамал һатып алынған. Балаларға юл ҡағиҙәләрен, билдәләрен танырға өйрәткән ҡаласыҡта I - V класс балалары бик теләп шөғөлләнә, уларҙың һаны 120-гә еткән.
Уйын формаһында юлда хәүефһеҙ йөрөүҙе төшөндөргән махсус автоҡаласыҡҡа райондың башҡа мәктәптәренән дә уҡыусылар килә. Бында шулай уҡ уҡытыусылар һәм класс етәкселәре юл ҡағиҙәләре тураһында төрлө ҡыҙыҡлы дәрестәр үткәрә, йәнә урамда, автомобиль һәм йәйәүлеләр юлында тыуған төрлө юл ваҡиғаларын тикшерәләр, юл билдәләре менән танышалар.
– Өфө урта мәктәбендә даими рәүештә "Хәүефһеҙлек аҙнаһы" үткәрелә, был йүнәлештә беҙгә автоҡаласыҡ ҙур ярҙам күрһәтә, – ти мәктәп диекторы Зилә Ҡашҡарова. – Уҡыусылар өсөн юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен практика менән йәнәш алып барырға мөмкинлек булыуы һөйөндөрә. Беҙ шулай уҡ мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһында эшләгән тәрбиәселәргә лә автоҡаласыҡта кескәйҙәр өсөн дәрес үткәрергә тәҡдим итергә уйлайбыҙ. Бөгөн был бигерәк тә мөһим, сөнки балалар бәләкәйҙән юл ҡағиҙәләрен, билдәләрен танып үҫергә тейеш. Был иһә киләсәктә үҙҙәренең именлеге өсөн файҙаға ғына. Һуңғы ваҡытта күп ата-әсәләр балаларына мопед, мотоцикл һатып алып бирә, ә уның күп осраҡта фажиғәле тамамланыуы бер кемгә лә сер түгел.
"Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектында ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеү өсөн Башҡортостанда дүрт төбәк проекты раҫланған: «Торлаҡ», «Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын кәметеү», «Ипотека» һәм «Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу».
Фото: Ринат Иманғолов.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан