

Яңы йыл алдынан райондың Яңы Балапан һәм Шәрип ауылдары халҡы ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” федераль проектына ярашлы, ике ауылда яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.
Уны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов, үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров һәм ауыл халҡы ҡатнашты.
Яңы Балапан ауылындағы фельдшер пункты 1979 йылда төҙөлгәйне һәм ул күптән инде санитария-гигиена талаптарына яуап бирмәй ине. Шәрип ауылындағы медицина учреждениеһы бинаһы ла иҫкереп бөткән һәм унда һыуыҡ була.
Асҡар үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров әйтеүенсә, яңы ФАП-тар ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн ҡорамалдар һәм дарыуҙар менән тәьмин ителәсәк. Яңы Балапан ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты 300-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәк, шуның 100-ҙән ашыуы – балалар, ғәмәлдә иһә Шәрип ауылында 326 кеше йәшәй.
Был төҙөлөш объекттарының барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыуға ярашлы башҡарыла. Мәғлүм булыуынса, "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты һигеҙ федераль проектты үҙ эсенә ала.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: "Осҡон" гәзите сайтынан.