Милли проекттар
3 Ғинуар 2022, 07:05

Эш шарттары яҡшырасаҡ

Түләүҙәрҙе алыу өсөн төп күрһәткестәрҙең береһе– эш хаҡы кимәлен һәм хеҙмәт урындарын һаҡлау.

Эш шарттары яҡшырасаҡЭш шарттары яҡшырасаҡ
Эш шарттары яҡшырасаҡ

Республикала “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (национальный проект”Производительность труда”) ҡатнашҡан предприятиелар  20 миллион һумлыҡ субсидия алды. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне.

–Субсидияны 12 предприятие алды. Ярҙам етештереүҙе киңәйтеү һәм яңыртыу өсөн тәғәйенләнгән. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашҡан осорҙа улар етештереү тәьҫирлеген арттыра һәм “тар” урындарҙы бөтөрә алды. Етештереүҙе тағы ла камиллаштырыу өсөн   беҙ уларға субсидия бирҙек, был ҡорамалдар алыуға тотонолған сығымдарҙың бер өлөшөн ҡапларға ярҙам итәсәк,– тине Рөстәм Моратов.

Ул  быны милли проекттта ҡатнашҡан предприятиеларға күрһәтелгән ярҙамға республика бюджетынан бирелгән   өҫтәмә дәүләт ярҙамы тип билдәләне. Етештереүҙе яңыртыуҙы субсидиялау  тәьҫирлекте күтәреү буйынса үҙҙәренең ҡеүәттәрен файҙаланған һәм предприятиела өлгө тыуҙырған предприятиеларға тәғәйенләнде. Нигеҙҙә субсидиялар хеҙмәт етештереүсәнлеген инвестиция һәм технология йәһәтенән күтәреүгә йүнәлтелгән.Түләүҙәр күләме документаль кимәлдә раҫланған сығымдарҙың 30 процентынан артыҡ булмаған өлөшөн  тәшкил итә, әммә биш миллион һумдан да артмай. Түләүҙәрҙе алыу өсөн төп күрһәткестәрҙең береһе– эш хаҡы кимәлен һәм эш урындарын  һаҡлау.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың  “май” указдарына ярашлы, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында 2024 йылға ошондай мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк буласаҡ: хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү нигеҙҙәрен  өйрәнеүгә йүнәлтелгән кадрҙар әҙерләү системаһын формалаштырыу, шул иҫәптән, һанлы технологияларҙы һәм платформалы ҡарарҙарҙы файҙаланыу  менән; хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫешенә  ҡамасаулаған норматив-хоҡуҡи  һәм административ сикләүҙәрҙе ҡыҫҡартыу , шулай уҡ иҫкергән һәм етештереүсәнһеҙ эш урындарын алмаштырыу юлы менән.

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указына ярашлы 2018 йылда  раҫланды. Ул 2024 йылға илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын 5 процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуҙы  күҙ уңында тота.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото:mksltd.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас