Милли проекттар
3 Ғинуар 2022, 06:30

Лицензия алыуҙа ҡаршылыҡтар юҡ

Һуңғы биш йыл эсендә илдә цистит һәм уретрит осраҡтары ир-ат араһында - 9,  ҡатын-ҡыҙ араһында 24 процентҡа артҡан...  

Лицензия алыуҙа ҡаршылыҡтар юҡЛицензия алыуҙа ҡаршылыҡтар юҡ
Лицензия алыуҙа ҡаршылыҡтар юҡ

Республикала 2021 йылда урология профиле буйынса лицензиялар алған медицина ойошмалары һаны артҡан. Йыл башынан 17 ойошма лицензияларҙың Берҙәм реестрына индерелде, шулай итеп, хәҙер уларҙың дөйөм һаны 90-ға етте.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялар бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова әйтеүенсә, бәүел-енес системаһы сирҙәре йыш ҡына эшкә һәләтле йәштәге  кешеләр араһында  осрай.  Уның эшкә һәләтлекте юғалтыуға, түлһеҙлеккә, өҙлөгөүҙәргә килтереүе ихтимал.  Рәсәйҙә урология сирҙәре халыҡ араһындағы ауырыуҙарҙың 10-12 процентын тәшкил итә.Урология сирҙәре  тормош сифатын кәметә, йыш ҡына инвалидлыҡҡа, үлемгә алып килә.  Һуңғы биш йыл эсендә илдә цистит һәм уретрит осраҡтары ир-ат араһында  туғыҙ һәм ҡатын-ҡыҙ араһында 24 процентҡа артҡан.  Шуға күрә урология профиле буйынса лицензия алған медицина ойошмалары артыуы һөйөнөслө күренеш.

 Һаулыҡ һаҡлау министрлығы лицензияларҙы  рәсмиләштереүҙә һәр яҡлап ярҙам итә. Бөтә тейешле мәғлүмәт министрлыҡ сайтында урынлаштырылған. Медицина эшмәкәрлеген башҡарыуға  лицензиялар әҙерләү 19 көн эсендә башҡарыла.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас