Милли проекттар
3 Ғинуар 2022, 10:30

Пациент өсөн хәүефһеҙ ҡорамал

Пациент операциянан һуң тиҙерәк һауыға, реабилитация осоро ҡыҫҡараҡ, медицина ярҙамы сифатлыраҡ була.

Пациент өсөн хәүефһеҙ ҡорамалПациент өсөн хәүефһеҙ ҡорамал
Пациент өсөн хәүефһеҙ ҡорамал

“Һаулыҡ һаҡлау”  милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы, Туймазы үҙәк район дауаханаһына эндоскопик хирургия өсөн электромеханик ҡорамал комплекты – AUTOCON электрокоагуляторы алынды. Юғары технологиялы электрохирургик ҡорамал хирургтар өсөн ҙур уңайлылыҡ тыуҙыра.Төҫлө сенсорлы экран операция мәлен яҡшы күҙәтергә мөмкинлек бирә. Генератор ҡеүәтте теүәл көйләүҙе тәьмин итә. Туҡымала әмәлиәттәрҙе (резекция йәки коагуляция) башҡарыу өсөн  энергияны кәрәкле булған миҡдарҙа ғына  бүлә.

Электрокоагулятор пациенттар өсөн юғары хәүефһеҙлекте тәьмин итә. Дауахананың хирургия бүлексәһе мөдире Илгиз Йәнекәйев аппараттың мөһим өҫтөнлөктәрен билдәләне. Монополяр һәм биополяр ҡеүәте – 400 ватт. Күп профилле булыуы уңайлылыҡ тыуҙыра. Медицинаның һәр өлкәһе өсөн процедураны алдан программалаштырыу ҡаралған.  

 Эксперт класындағы заманса  ҡорамал  операцияларҙы аҙ тишемле һәм  аҙ йәрәхәттәр ҡалдырырлыҡ итеп үткәрергә булыша. Тимәк, пациент операциянан һуң тиҙерәк һауыға, реабилитация осоро ҡыҫҡараҡ, медицина ярҙамы сифатлыраҡ  була. 

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге эвеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас