

2022 йылда юлдарҙы ремонтлау “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) ярашлы алып барыласаҡ. 2030 йылға тиклем нормативтарға яуап биргән ҡала агломерациялары юл селтәре өлөшө 85 процентҡа еткерелергә тейеш.
2022 йылғы ремонт объекттары исемлегенә Өфө ҡалаһы урам-юл селтәренең дөйөм оҙонлоғо 20 километрҙан ашҡан 15 участкаһы ингән. Иң оҙайлыһы һәм күләмлеһе – Затон шоссеһы. Ул Ағиҙел аша һалынған күперҙән Мебелселәр тыҡрығы эргәһендәге юл үткәргесенә тиклем һуҙыла. Оҙонлоғо 8,5 километр тәшкил итә. Бөтә планлаштырылған юл участкаларын ремонтлауға подряд ойошмалары билдәләнгән, муниципаль контракттар төҙөлгән.
Элек башланған объекттарҙа ла эш дауам итәсәк. Ибраһимов бульварын капиталь ремонтлау, Эшсе хәбәрселәр урамын үҙгәртеп ҡороу, Зинин торағында транспорт сиселешен төҙөү, М-5 “Урал” автомобиль юлындағы транспорт сиселешенән Нуғай шоссеһына тиклемге автомобиль юлын һалыу дауам итергә тейеш.
Заманса уңайлы һәм ышаныслы транспорт инфраструктураһын булдырыу – ил Президенты Владимир Путин ҡуйған төп бурыстарҙың береһе. Был стратегик маҡсатҡа өлгәшеүҙең төп инструменты – 2019 йылда старт алған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты. 2021 йылда уның паспорты яңыртылды, хәҙер ул “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” тип атала.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: gtrk.tv