Милли проекттар
4 Ғинуар 2022, 08:00

Башҡортостан балалары заманса шарттарҙа белем ала

Уҙған 2021 йыл Башҡортостандың мәғариф системаһы өсөн уңышлы булды, тип билдәләргә мөмкин. 

Йыл дауамында “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) буйынса 4,5 миллиард һумға яҡын аҡса йәлеп итеү мөмкин булған. Был хаҡта йыл йомғаҡтарына арналған сарала республиканың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе.


Республиканың матбуғат саралары журналистары менән ойошторолған осрашыу барышында Айбулат Вәкил улы киләһе йылға пландар менән дә таныштырҙы. Һөнәри белем тармағын яңыртыу, лайыҡлы эш шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы булараҡ үтәсәк 2022 йылға саралар программаһы 1 февралгә әҙер буласаҡ, тинеләр ведомствола.
Ә инде уҙған йылдың уңыш-ҡаҙаныштарына барлағанда, тәү сиратта, сафҡа индерелгән бихисап мәктәптәр һәм балалар баҡсалары тураһында әйтеп үтергә кәрәктер.
Мәҫәлән, шундай заманса белем усаҡтарының береһе октябрь айында Салауат районының Лаҡлы ауылында асылды. Бында балалар баҡсаһы менән берләштерелгән мәктәп сафҡа инде.
Мәктәп – 80 урынға, балалар баҡсаһы 40 урынға иҫәпләнгән. Бина өс өлөштән тора. Проектҡа ярашлы, беренсе ҡатта балалар баҡсаһы урынлашҡан, икенсе ҡатта – мәктәп. Бинаның дөйөм майҙаны дүрт меңдән ашыу квадрат метрҙы тәшкил итә.


Биләмәлә төркөм менән шөғөлләнеү өсөн ике майҙансыҡ ҡаралған, уларҙың береһе – ясле йәшендәге балаларға тәғәйенләнгән уйын майҙансығы, икенсеһе иһә балалар баҡсаһы кескәйҙәре һәм уҡыусылар өсөн физкультура менән шөғөлләнеү урынын, шулай уҡ волейбол, баскетбол һәм ике гимнастика майҙансығын берләш¬терә. Уларға заманса хәүефһеҙ япма түшәлгән.
– Районда бығаса мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларға бер аҙ сират күҙәтелә ине. Яңы балалар баҡсаларын төҙөү проблеманы тулыһынса хәл итеүгә мөмкинлек бирә. Малаяҙ ауылында “Бәләкәй ил” тип аталған балалар баҡсаһын сафҡа индерҙек. Шулай итеп, көнүҙәк мәсьәләне тулыһынса ыңғай хәл итеүгә өлгәштек, – тип һөйләне Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов.


Ошондай һөйөнөслө яңылыҡтар Учалы төбәгендә лә бар. Былтыр Учалы ҡалаһында яңы мәктәп төҙөлөшө башланды. 1225 урынға иҫәпләнгән полилингваль мәктәп, ҡаланың 9-сы биҫтәһендә ҡалҡып сығасаҡ.


Шулай уҡ республика мәктәптәрендә заманса шарттар булдырыу, уларҙы яңы технологияларға ярашлы йыһазландырыу йәһәтенән дә ҙур эштәр алып барыла. Башҡортостандың ауыл һәм бәләкәй ҡалалары мәктәптәрендә урынлашҡан “Үҫеш нөктәләре” былтыр 1 сентябрҙән тағы 207 үҙәккә артты һәм уларҙың дөйөм һаны 382-гә етте. Шулай итеп, былтыр республиканың ауыл ерендә һәм бәләкәй ҡалаларында урынлашҡан 207 мәктәбе яңы уҡыу йылында физика, химия, биология фәндәре буйынса уҡыу тупланмалары алды.


Фото: Салауат районы хакимиәте.

Башҡортостан балалары заманса шарттарҙа белем ала
Башҡортостан балалары заманса шарттарҙа белем ала
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас