

Рәсәй Федерацияһында “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) уңышлы тормошҡа ашырыла. Илебеҙ Президенты Владимир Владимирович Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың һәммәһенең дә төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу.
Башҡортостан етәкселеге лә юлдарҙың торошона айырыуса етди иғтибар бүлә, “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) нигеҙендә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла.
Мәҫәлән, республикабыҙҙа 2021 йылда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) нигеҙендә 387 километр юл тәртипкә килтерелгән. Ошо маҡсатҡа 8,8 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән, шуның 1,7 миллиардтан ашыуы федераль бюджеттан финансланған.
– Был бер ниндәй ҙә арттырыу түгел, ысынлап та, Башҡортостанда һуңғы ун йылда, юлдарҙы рәтләү йәһәтенән, ҙур эштәр башҡарыла, – тип һөйләй Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев. – Һүҙ ҙә юҡ, был юҫыҡта киләсәктә лә маҡсатлы уй-пландар тормошҡа ашырыласаҡ. Беҙ халыҡтың өмөттәрен аҡларға тейешбеҙ.
Шул иғтибарға лайыҡ, үткән йылда иң ҙур төҙөлөштәрҙең береһе – ике йыл төҙөлөш барғандан һуң, Воровский урамы алдында Ағиҙел йылғаһы аша күперҙе сафҡа индереү булды. Уның үҙенсәлеге шунда, 1956 һәм 1984 йылдарҙа төҙөлгән ике күпер араһына тағы ла бер күпер төҙөү ине.
Киләсәктә лә был тәңгәлдә эштәр эҙмә-эҙлекле барасағы тураһында белдерҙеләр. Әйткәндәй, киләһе йылда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) сиктәрендә, оҙонлоғо 255 километға һуҙылған, 167 объектты ремонтлау күҙ уңында тотола.
Фото: https://srk.nationalpriority.ru
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/203100
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан