Милли проекттар
5 Ғинуар 2022, 07:30

Баҡсалар төҙөлә, иң мөһиме – балалар һаны артһын

Республикабыҙҙа социаль йүнәлешле объекттар, шул иҫәптән яңы балалар баҡсалары төҙөүгә ҙур иғтибар бирелә. Был эш уҙған 2021 йылда ла әүҙем алып барылды. 

Баҡсалар төҙөлә, иң мөһиме – балалар һаны артһынБаҡсалар төҙөлә, иң мөһиме – балалар һаны артһын
Баҡсалар төҙөлә, иң мөһиме – балалар һаны артһын

Мәҫәлән, былтыр Стәрлетамаҡта өс балалар баҡсаһының төҙөлөшө тамамланған. Ҡаланың Көнбайыш биҫтәһендә урынлашҡан мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы 260 урынға иҫәпләнгән. Ул ҡалалағы иң ҙур балалар баҡсаһының береһе буласаҡ. Шулай уҡ бында 90-шар урынға иҫәпләнгән тағы ике мәктәпкәсә белем биреү усағы бәләкәстәрҙе ҡабул итергә әҙер.

Әлеге көндә Стәрлетамаҡта 63 балалар баҡсаһы эшләп килә, уларҙың өсәүһе шәхси учреждение һанала.

Райондарҙа ла балалар баҡсалары асылып тора. Мәҫәлән, 2021 йылда Өфө районының Алексеевка һәм Миловка ауылдарында яңы баҡсалар сафҡа индерелде.

Краснокама районының Ҡуян ауылында төҙөлгән өр-яңы балалар баҡсаһы былтыр февраль айында тәүге бәләкәстәрҙе ҡабул иткәйне. “Йылмайыу” тип аталған баҡса барлыҡ талаптарға яуап бирерлек итеп төҙөлгән: аҙыҡ-түлек блогы, музыка залы, төркөмдәрҙең күнекмәләр һәм йоҡо бүлмәләре, медицина, психолог һәм логопед кабинеттары, һаҡ бүлмәһе – барыһы ла уңайлы итеп эшләнгән. Мәктәпкәсә тәрбиә учреждениеһы кәрәкле ҡорамалдар, йыһаз, техника менән тәьмин ителгән.

Яңы балалар баҡсаларын сафҡа индереүгә ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Демография” милли проектын (национальный проект “Демография”) тормошҡа ашырыу ҙа туранан-тура булышлыҡ итә. Был милли проект бәләкәстәр өсөн мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында яңы урындар булдырыуҙы, айырыуса ясли йүнәлешендә эшләгән төркөмдәрҙе арттырыуҙы ғына түгел, тәү сиратта, ил күләмендә демография мәсьәләһен ыңғай хәл итеүҙе, тыуымды арттырыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя. Республика ҡалаларында һәм ауылдарында төҙөлгән яңы балалар баҡсалары һәр ваҡыт кескәйҙәрҙең шат тауышынан гөрләп торһон! 

Фото: “Стерлитамакский рабочий” гәзите.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас