Милли проекттар
5 Ғинуар 2022, 11:30

Конкурсҡа йомғаҡ яһалды

Бындай йүнәлештәге мәктәп-интернаттарҙа балалар белем генә түгел, хеҙмәт тәрбиәһе лә ала. 

Конкурсҡа йомғаҡ яһалдыКонкурсҡа йомғаҡ яһалды
Конкурсҡа йомғаҡ яһалды

Яңы йыл байрамы алдынан республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы коррекцион белем биреү учреждениелары, шифахана төрөндәге мәктәп-интернаттар араһында биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса иғлан ителгән конкурсҡа йомғаҡ яһаны. Бәйге уҙған йылдың майынан декабрь аҙағына тиклем ике этапта үткәрелгән.

Тәүге этап зоналар араһында 25 майҙан 30 сентябргә тиклем, икенсеһе – республика күләмендәгеһе 1 октябрҙән йыл аҙағынаса ойошторолған. Конкурста барлығы 33 учреждение ҡатнашҡан.

Зона этабында Серафимовка махсус уҡыу-тәрбиә учреждениеһы, Сибай, Салауат ҡалаларындағы коррекцион мәктәптәр, Өфөләге 13-сө коррекцион мәктәп-интернаты, Балаҡатай һәм Бөрөләге ошо йүнәлештәге белем һәм тәрбиә усаҡтары еңеүсе булып танылған.

Республика кимәлендәге бәйгелә һығымтаны бойондороҡһоҙ комиссия яһаған. Һөҙөмтәлә телмәр үҫешендә ауыр тотҡарлыҡтар булған балаларға тәғәйенләнгән Бөрө коррекцион мәктәп-интернаты беренсе урынды яулаған. Икенсе урында – Салауат коррекцион мәктәбе, өсөнсөлә – Балаҡатай коррекцион мәктәп-интернаты.

Еңеүселәргә дипломдар һәм аҡсалата сертификаттар тапшырылған.

Сәләмәтәлек йәһәтенән үҙенсәлеккә эйә балаларға белем һәм хеҙмәт тәрбиәһе биреүҙе маҡсат итеп ҡуйған бындай саралар ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.

Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас