

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы Башҡортостанда ғәмәлгә ашырылған “Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты” сертификатын шәхси балалар баҡсаларында өҫтәмә урындар булдырыу буйынса иң һөҙөмтәле алым тип тапты. Ведомство был практиканы илдең башҡа төбәктәрендә ҡулланырға тәҡдим итеп хат ебәргән.
Белеүебеҙсә, республикабыҙҙа, аныҡлабыраҡ әйткәндә, Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларында, ике йыл дауамында “Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты” проекты торнмошҡа ашырыла. Был ҡалаларҙа әлегәсә 2000 сертификат тапшырылған.
Пилот проекты тәү башлап Стәрлетамаҡ ҡалаһында 2019 йылдың октябрендә старт алғайны. 2020 йылдың октябрендә башланғысҡа Өфө ҡалаһы ла ҡушылды.
Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты 2 айҙан 3 йәшкә тиклем балалары булған атай-әсәйҙәргә (законлы вәкилдәргә), “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларына берҙәм республика электрон сираты”нда торған һәм муниципаль балалар баҡсаларында урын булмаған осраҡта, шәхси балалар баҡсаһынан урын алыу мөмкинлеге бирә.
Үҙ сиратында шәхси балалар баҡсалары бер балаға айына 6 мең һум күләмендә финанслау ала. Аҡсаның 5700 һумы – республика, 300 һумы урындағы бюджеттан бүленә.
Был башланғыс ил күләмендә РФ Президенты В.В. Путиндың май указдары нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Демография” милли проектын (национальный проект “Демография”) тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.
Фото: vyborok.com
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан