Милли проекттар
5 Ғинуар 2022, 12:30

Яңы мәктәп ҡышҡы каникулдан һуң эш башлай

Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский ҡасабаһында ҡышҡы каникулдан һуң 340 урынға иҫәпләнгән мәктәп эш башлаясаҡ. 

Яңы мәктәп ҡышҡы каникулдан һуң эш башлайЯңы мәктәп ҡышҡы каникулдан һуң эш башлай
Яңы мәктәп ҡышҡы каникулдан һуң эш башлай

Бөгөнгө көндә элекке подрядсы “Мегастроймонтаж” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан ебәрелгән барлыҡ етешһеҙлектәр бөтөрөлгән. Объект бар йәһәттән талаптарға яуап бирерлек торошҡа килтерелгән. Төрлө хеҙмәттәр тарафынан комплекслы тикшереү үткәрелгәндән һуң Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты тарафынан социаль объекттың талаптарға яуап биреүе тураһында һығымта бирелгән.

Белеүебеҙсә, 2021 йылдың октябрендә республиканың Капиталь төҙөлөш идаралығы “2-се төҙөлөш идаралығы” ЯСЙ-һы менән яңы дәүләт килешеүе төҙөгәйне.

Яңы белем усағы ҡышҡы каникулдан һуң балаларҙы ҡабул итәсәк, тип күҙаллана. Әлеге ваҡытта урындағы хакимиәт тарафынан кластар туплау йәһәтенән эштәр алып барыла.

Яңы мәктәпте сафҡа индереү ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проектына (национальный проект “Образование”) ярашлы мөмкин булды.

Фото: karmaskaly-nov.ru

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас