

Баш ҡалабыҙҙа ҙур ремонт эштәренән һуң Өфө балалар филармонияһы асылды. Был мәҙәниәт усағының бинаһы – ХХ быуат архитектураһы ҡомартҡыһы. Бөгөн бында 28 ижади берләшмә эшләй, уларҙың 26-һы балалар өсөн тәғәйенләгән. Был түңәрәктәрҙә һәм төркөмдәрҙә 484 кеше шөғөлләнә.
Ҙур күләмдәге ремонт эштәрен атҡарып сығыу ил күләмендә, Рәсәй Президенты В.В. Путиндың май указдарына ярашлы, “Мәҙәниәт” милли проектын (национальный проект “Культура”) тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды.
Бинала тулыһынса йыһаздар алмаштырылған, янғын һағы системаһы яңыртылған. Шул уҡ ваҡытта, Өфө ҡалаһы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, мозаика, барельефтар, мәрмәр колонналар һәм стеналар биҙәлеше һаҡлап алып ҡалынған.
Яңыртылған мәҙәниәт усағын тантаналы асыуҙа БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков ҡатнашҡан. Улар башҡарылған эштәрҙең сифатын яҡшы тип баһалаған.
- Балалар филармонияның асылыуын ике йыл дауамында көттө. Ниһайәт, был көн килеп етте. Яңыртылған мәҙәни усаҡ балаларға оҡшар, тип уйлайым, - тине Сергей Греков.
Әминә Ивний ҡыҙы ремонт эштәре барышында балаларҙың күнекмәләре туҡталмауы, һәр ижади берләшмәгә шөғөлләнеү өсөн тейешле урын табыуҙары өсөн баш ҡала хакимиәте етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.
Фото: Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан