

Яңы йыл алдынан Баҡалы районында өр-яңы фельшер-акушерлыҡ пункты үҙ ишектәрен асҡан.
Һүҙ Нуғайбәк ауылы хаҡында бара. Был - райондағы иң төпкөл ауылдарҙың береһе. Район үҙәгендәге дауаханаға, табиптарға барыу өсөн 50 километр самаһы юл үтергә кәрәк.
Бығаса медпункт урынлашҡан бина авария хәлендә булған.
Яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (национальный проект "Здравоохранение") сиктәрендә төҙөгәндәр. Нуғайбәктәге медицина учреждениеһы – быйыл районда сафҡа индерелгән ошондай өс ФАП-тың береһе.
– Элекке бинала һалҡын һәм шыҡһыҙ ине. Бында иһә барыһы ла заманға ярашлы итеп төҙөлгән, йыһаздар өр-яңы, яҡты, йылы, - ти ауыл фельдшеры Елена Мищерякова.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: health.bashkortostan.ru