

Күптән түгел баш ҡаланың Ашығыс ярҙам дауаханаһында масштаблы семинар ойошторолған. “Мейеләге ҡан әйләнешенең киҫкен боҙолоуы осраҡтарында пилот проекты сиктәрендә медицина ярҙамы күрһәтеү стратегияһы” тип аталған сара тиҙҙән асыласаҡ Инсульттарҙы мониторинглау үҙәгенең анонсы булараҡ үткән.
Һис шикһеҙ, үҙәктең даирәһе киң буласаҡ. Шуға семинарҙа бик күп белгестәр йыйылғайны: неврологтар, нейрохирургтар, нурлы диагностикалау бүлеге белгестәре, рентгенхирургтар, ҡан тамырҙары хирургтары, “ашығыс ярҙам” күрһәтеүселәр.
Семинарҙа республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш белгестәре Үҙәк ойоштороу хаҡында үҙ фекерен белдерҙе. Ашығыс ярҙам дауаханаһы табиптары башҡа учреждение белгестәренә оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.
Был ҙур маҡсат тормошҡа ашырыла ҡалһа, инсультҡа ҡаршы көрәштә бөтөнләй икенсе, юғарыраҡ кимләгә сығсаҡбыҙ, ти белгестәр.
Әйтергә кәрәк, Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа йөрәк-ҡан тамырыҙары сирҙәре менән көрәшеү системаһы етди яңырыу кисерә. Ил Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект "Здравоохранение") ярашлы, Рәсәйҙә 140 ҡан тамырҙары үҙәге һәм 469 беренсел ҡан тамырҙары бүлектәре заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ.
Тәмәке тартыу, алкоголле эсемлектәр ҡулланыу кимәлен кәметеү; дөрөҫ туҡланыуҙы, сәләмәт тормошто, физик әүҙемлекте пропагандалау, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре ваҡытында тәүге ярҙам күрһәтеү нигеҙҙәре хаҡында белем таратыу – быларҙың барыһыла инсульт һәм инфаркттарҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.
Милли проектты тормошҡа ашырыу нигеҙендә ҡан тамырҙарына бәйле сирҙәрҙән үлем кимәле дүрт тапҡырға кәмергә тейеш.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: www.бсмп-уфа.рф