Милли проекттар
6 Ғинуар 2022, 09:30

Сифатлы ла, ышаныслы ла

Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына ике "Steriplaz" плазма стерилизаторы ҡайтарылған, улар  хирургия һәм акушер-гинекология корпустарында урынлаштырылған.

Сифатлы ла, ышаныслы лаСифатлы ла, ышаныслы ла
Сифатлы ла, ышаныслы ла

Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына ике  Steriplaz плазма стерилизаторы ҡайтарылған, улар  хирургия һәм акушер-гинекология корпустарында урынлаштырылған.

Steriplaz  системаһы плазма ярҙамында түбән темпеатураларҙа медицина ҡорамалдарының киң спектрын  зарарһыҙландырыу өсөн тәғәйенләнгән. Һүҙ видеокамералар, эндоскоптар, ортопедия, гинекология, нейрохирургии өсөн электр ҡорамалдары һәм башҡа бихисап медицина кәрәк-яраҡтары, инструменттары хаҡында бара.

Система  иң юғары заман талаптарына яуап биргән яңы технологияларҙан иҫәпләнә.  Медучреждениела плазмалы стерилизатор барлыҡҡа килеүе  медицинаның төрлө өлкәләрендә киң спектрлы сирҙәрҙе дауалауҙа заманса аҙ инвазивлы технологияларҙы ҡулланыу йәһәтенән киң мөмкинлектәр аса.

Плазмалы стерилизациялау ысулының өҫтөнләктәре бихисап:

Стерилизациялау ваҡытында токсинлы матдәләр бүленеп сыҡмай, тимәк, был   -  хәүефһеҙлек нигеҙе.
Түбән температураларҙа эшкәртеү изделиеларҙың файҙаланыу ваҡытын оҙайта.

Плазмалы стерилизациялау төрлө ҡорамалдарҙы зарарһыҙландырыу мөмкинлеген бирә – был универсаль система.  

Ҡорамалдар, медицина инструменттары ҡапта зарарһыҙландырыла һәм улар бер йылға тиклем һаҡланыуы ихтимал.

 Эшкәртеү тиҙлеге юғары: ҡормал-инструменнтарға ҡарап, цикл 35-тән 60 минутҡа тиклем тәшкил итә.

Әйтергә кәрәк, ил Президенты  Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект "Здравоохранение") ярашлы, респубикала медицина тармағын үҫтереүгә, яңыртыуға ҙур иғтибар бүленә. Тап ошо милли проект сиктәрендә Башҡортостанда медучреждениеларҙың матди-техник  базаһын нығытыу, халыҡҡа күрһәтелгән медицина ярҙамының сифатын күтәреү өсөн ҙур эштәр һәм проекттар тормошҡа ашырыла.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: rkbkuv.ru

 

 

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас