Милли проекттар
6 Ғинуар 2022, 07:30

Төбәк үҫешенә яңы һулыш

Уҙған төҙөлөш миҙгелендә “Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы” автомобиль юлын  реконструкциялау  подрядсылары  30 километрға яҡын участканы асфальтлауға өлгәшкән. 70-тән ашыу һыу торбаһы һалынған, ете аркалы күпер төҙөлгән.

Төбәк үҫешенә яңы һулышТөбәк үҫешенә яңы һулыш
Төбәк үҫешенә яңы һулыш

Рәсәйҙә бер нисә йыл рәттән ил Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные и качественные дороги") уңышлы тормошҡа ашырыла.  Уның төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡ йәшәйешенә уңайлы шарттар тыуҙырыу. 

Уҙған төҙөлөш миҙгелендә “Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы” автомобиль юлын  реконструкциялау  подрядсылары  30 километрға яҡын участканы асфальтлауға өлгәшкән. 70-тән ашыу һыу торбаһы һалынған, ете аркалы күпер төҙөлгән. Объектта 190 берәмек махсус техника эшләгән.

Башҡортостан был ҙур юлдың 60,9 километрын реконструкциялау өсөн яуаплы, ул арауыҡ Дыуан һәм Ҡариҙел райондары аша үтә. Тағы ла 35 километры Силәбе өлкәһенең Һатҡы районы аша һалынасаҡ.

 Был юл Ҡариҙел ауылын ун километр оҙонлоғондағы арауыҡта урап үтә, Ҡариҙел йылғаһы аша яңы күпер ҙә – ошо юл эсендә.  Улар буйынса хәрәкәт 2019 йылда, Республика көнө алдынан, асылған.

“Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы” автомобиль юлы Башҡортостандың төньяҡ райондарын тоташтырып, Свердловск, Силәбе өлкәләренә сығасаҡ, һис шикһеҙ, был төньяҡ-көнсығыш райондары үҫешенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Төпкөл райондар туранан-тура үҙәккә алып барған сифатлы юллы буласаҡ. М7 һәм М5 федераль юлдарына ла көсөргәнеш кәмейәсәк.

2022 йылда ла төбәктә юлдарҙы ремонтлау “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) ярашлы алып барыласаҡ.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: transport.bashkortostan.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас