Милли проекттар
7 Января 2022, 07:45

Өлкәндәр бушлай уҡый ала

Был уҡыуҙар һәм күнекмәләр "Демография" милли проектына ярашлы алып барыла.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өлкәндәр бушлай уҡый алаӨлкәндәр бушлай уҡый ала
Өлкәндәр бушлай уҡый ала

Рәсәй президенты В.В. Путиндың 2018 йылдың 7 майындағы указы менән раҫланған милли проекттар араһында халыҡтың тормош-көнкүреш сифатын яҡшыртыуға арналған "Демография" милли проекты ла бар (национальный проект "Демография"). Күптән түгел уға ярашлы "Рәсәй театралы" тип аталған онлайн-уҡыуҙар башланды. Улар барышында ижади мөмкинлектәрҙе үҫтереүгә, тауыштағы кәмселектәрҙе бөтөрөүгә, тын алышын, дикция һәм артикуляцияны көйләүгә өйрәнергә мөмкин.
Уҡыуҙарға ошо һылтанма аша яҙылыу ҡаралған: https://www.ulinclub.ru/russian-teatral.

Рәсәйҙең "Әүҙем пенсионерҙар ассоциацияһы" ойошмаһы ил төбәктәрендә "Рәсәй оҙон ғүмерлелеге" тигән беренсе пилот проектын да башлаған. Онлайн тәртиптә өс йүнәлеш буйынса шөғөлләнергә була: " Сәләмәт ябығыу", "Гармония һәм баланста бәхетле тормош" (психология), "Фейс-фитнес" (биткә лимфодренаж гимнастика эшләргә өйрәнеү).

Өлкәндәр өсөн онлайн-уҡыуҙар бушлай. Яҙылыр өсөн https://web.tallmam.ru/region һылтанмаһы аша үтергә кәрәк.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: www.ulinclub.ru/russian-teatral

Автор:Равиля Гатауллина